Ғилем нурын таратыусы20.06.2014
Ғилем нурын таратыусы
Арҙаҡлы ғалим, танылған яҙыусы, әҙәбиәт ғилеменең һәм ғилми фолькло­ристиканың үҫешенә тос өлөш индергән шәхес, Бөйөк Ватан һуғышы яугире Әхнәф Харисов 1914 йылдың 15 июнендә Балтас районының Имән ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Ата-әсәһе бик белемле кеше булған, урыҫ һәм ғәрәп графикаһын яҡшы белгән.


Башланғыс белемде Әхнәф Харисов тыуған ауылында ала, артабан Иҫке Балтас ауы­лының урта мәк­тә­бендә уҡый. К.А. Тимирязев исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия инсти­туты­ның фило­логия факультетын та­мам­ла­ғандан һуң, унда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Артабан буласаҡ ға­лим СССР Фәндәр академияһының Тел институтында бил­дәле төркиәтсе, СССР Фән­дәр ака­демияһының ағза-корреспонденты Ни­­колай Дмитриев етәкселегендә аспи­рантурала уҡый. 1941 йылда канди­датлыҡ диссертацияһын яҡлап, Башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай.
Әхнәф Харисовтың ғилми эшмәкәр­леге һуғыш арҡаһында туҡталып тора. Фронтҡа китеп, ул немец-фашист ил­баҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа ҡатна­ша. Демобилизациянан һуң БАССР-ҙың гәзит-журнал нәшриәтендә (Баш­гос­издат), артабан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Дүрт йыл дауа­мында БАССР Яҙыусылар союзы ида­раһы рәйесе вазифаһын башҡара. 1966 йылда филология фәндәре докторы була.
Башҡорт әҙәбиәте ғилеменең һәм фольк­лорының ҙур ҡаҙаныштары Әхнәф Харисов исеме менән бәйле. Ғалимдың төп хеҙмәте – фәнгә тос өлөш индергән “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII – XIX быуаттар” исемле монографияһы – тәүҙә башҡорт (1965), унан урыҫ (1973) телдәрендә донъя күрә. Унда тәүгә революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәте эволюцияһына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр ҡарала, башҡорт әҙәбиәте менән Көнсығыш классик әҙәбиәте, халыҡ ауыҙ-тел ижады араһындағы бәйләнеш күрһәтелә. Авторҙың көсөргәнешле хеҙмәте ярҙамында байтаҡ яҙыусы һәм шағирҙарҙың онотолған исемдәре халыҡҡа ҡабат ҡайтарыла.
Әҙәбиәт тарихы менән бер рәттән, ғалим бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте һәм әҙәби тәнҡит мәсьәләләрен дә өйрәнә, проблемалы мәҡәләләр, яҙыусыларҙың яңы әҫәрҙәренә рецензиялар менән матбуғатта әүҙем сығыш яһай, үҙенең әҙәби-тәнҡит әҫәрҙәрен туплап, “Әҙәби күренештәр” тигән йыйынтыҡ сығара. Әхнәф Харисовтың “Әҙәбиәт теорияһы”, “Һуғыштан һуңғы башҡорт әҙәбиәте”, “Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү юлдары”, VIII һәм IX кластар өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәре һәм башҡа хеҙмәттәре башҡорт филологияһының алтын фондына инә.
Әхнәф Харисов башҡорт фольклористикаһына ла ҙур өлөш индергән. Үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ уның мөхәррирлегендә өс томда “Башҡорт халыҡ ижады” китабы, йырҙар йыйынтығы нәшер ителә. Башҡорт фольклорының 18 томлыҡ йыйынтығын булдырыуға күп көс һала. Йыш ҡына райондарға сығып, фольклор әҫәрҙәр яҙып алыр булған, халыҡ таланттарын асыҡлаған. Мөхәмәтша Буранғолов менән яҙып алынған “Урал батыр” эпосын тап ул тәүгә баҫтырып сығара.
Танылған ғалим башҡорт әҙәбиәте теорияһы һәм тарихы, башҡорт теле стилистикаһы буйынса дәреслектәр әҙерләүгә күп көс һала. Әхнәф Харисов талантлы яҙыусы, хикәйәләр, повестар, очерк һәм фельетондар авторы булараҡ та киң танылыу яулай.
Йәмәғәт эштәрен дә әүҙем алып бара ул. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһына, “Урал” һәм “Ағиҙел” журналдары мөхәрририәтенә һайлана, РСФСР Яҙыусылар союзының ревизия комиссияһы, Азия һәм Африка илдәре менән теләктәшлек буйынса Совет комитеты идараһы ағзаһы була.
Фән үҫешенә тос өлөш индергән өсөн ғалим Октябрь революцияһы, “Почет Билдәһе” ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә, “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре” исемен ала. Үлгәндән һуң 1987 йылда, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә ғалимдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Әҙәбиәт ғилеменең һәм фолькло­ристиканың көнүҙәк мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы була.



Вернуться назад