Фәнил Фәйзуллин: “Мәҙәнилек Көнсығыштан башланған”20.06.2014
Фәнил Фәйзуллин: “Мәҙәнилек Көнсығыштан башланған”
Бөтә донъя төрки халыҡтар ассамблеяһы тарихы 1990 йылдан башлана. Ул ваҡытта Мәскәүҙә Көнсығыш халыҡтарының I съезы үтә. Сараны ҡаҙаҡ шағиры Олжас Сөләймәнов һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре ойоштора. Ә инде киләһе йыйылыш Төрки халыҡтар ассамблеяһы съезы тип атала.


2007 йылға тиклем Ҡазан (Татарстан), Чебоксар (Сыуаш­стан), Измир (Төркиә), Шымкент (Ҡаҙағстан) ҡалаларында Ассамблеяның биш съезы үткәрелә. Һуңғыһында ойошма президенты итеп ҡаҙаҡ ғалимы Ерментай Солтанморат һайлана.
Быйыл төрки ха­лыҡ­тарҙың дөйөм йорто булараҡ ҡалҡып сыҡҡан Туран ҡаласығында (Ҡаҙағстан) ойошманың алтынсы съезы үтте. Унда яҡташыбыҙ, философия фәндәре докторы, академик Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН ҡатнашты. “Башҡортостан” гәзите ре­дак­цияһында ойошторолған брифингта ул съезд эше, ҡу­йылған бурыстар һәм, ғөмүмән, Ассамблеяның эшмәкәрлеге, уның тәғәйенләнеше хаҡында һөйләне:
– Төрки донъяһы халыҡтары ас­самб­леяһы барлыҡҡа килгәндән алып туғандаш халыҡтарҙы берләштереү, улар араһындағы бәйләнеште нығытыу, мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлешендә әүҙем эш алып бара. Һуңғы съезда ла ошо юҫыҡтағы байтаҡ мәсьәлә ҡаралды.
Бығаса үткәрелгән йыйындарҙан быйылғы сара киң ҡо­ласлылығы менән айы­рылып торҙо: ун­да барлыҡ төрки халыҡтарҙың тиерлек вәкилдәре ҡатнашты. Бығаса ҡайһы бер туғандаш халыҡ­тар инде юғалғандыр тип уйлаһам, улар һаҡланып ҡалған икән. Мәҫәлән, ҡаралун тип аталған халыҡ диаспораһы бөгөн Афғанстанда, Тажикстанда йәшәй. Был илдәрҙең телен дәүләт теле тип ҡа­бул итһәләр ҙә, үҙ-ара туған телендә һөйләшәләр икән. Ғө­мүмән, уйғырҙарҙан алып ғағауздарға тиклем һәр халыҡ вәкилдәре бик әүҙем ҡатнашты был ҡорҙа. Һәр кемебеҙ үҙ туған телендә һөйләште һәм берберебеҙҙе яҡшы аңланыҡ.
Аралашыу барышында шуныһы асыҡланды: башҡа төрки телле халыҡтар беҙҙең киң мәғлүмәт саралары менән яҡшы таныш, гәзит-журналдарҙы уҡып бара, телевизион тапшырыуҙарҙы яратып ҡарай. Айырыуса Салауат Хәмиҙуллиндың “Тарихи мөхит” тапшырыуын үҙ итәләр, уларҙы яҙҙырып алып, халыҡ ара­һында ла тараталар икән. Бынан тыш, улар башҡорт халҡының тарихын яҡшы белә. Был минең күңелдә ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тыуҙырҙы.
Осрашыуҙа ҙур мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. Тәү сиратта төрки донъяһында булған үҙгәрештәргә анализ яһалды. Ҡайһы бер халыҡтар араһындағы бәйләнештәр бер аҙ юғала төшкән. Был инде шул илдәрҙә алып барылған сәйәсәткә бәйле. Сарала ҡатнашыусылар барыһы ла бер фекерҙә туҡталды: бер ниндәй кәртәләргә ҡарамай, туғандаш халыҡтар араһында сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни бәйләнеште нығытырға, студенттар менән алмашыу буйынса эште дауам итергә, хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтергә кәрәк. Бының өсөн Ассамблеяның башҡарма комитетын ойоштороу, шулай уҡ төрки донъяһын ентекле өйрәнгән, уның проблемаларын тикшергән академия асыу талап ителә.
Артабан көн тәртибендә дөйөм төрки телен булдырыу, уны интеллигенция араһында таратыу мәсьәләһе ҡаралды. Әлбиттә, ауылдарҙа йәшәгән ябай халыҡ боронғо төрки телендә һөйләшмәйәсәк, һәм был талап ителмәй ҙә. Әммә халыҡтарыбыҙҙың тарихи үткәнен һаҡлап ҡалыу, ҡаҙаныштарын үҫтереү, рухи яҡтан азат, көслө булыу өсөн зыялылар үҙ-ара шул телдә аралашырға тейеш.
Өсөнсө проблема – аҙ һанлы ха­лыҡ­тарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау. Ғәҙәттә, бөтә илдәрҙә лә һан яғынан күпселекте тәшкил иткән халыҡтар өҫтөнлөк итә, ә ҡалғандарының хоҡуҡтары ҡыҫыла. Ошо ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймау – Ассамблея алдында торған мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Халыҡтың бөйөклөгө уның һаны түгел, ә башҡарған эштәре менән билдәләнә.
Мине һәр ваҡыт бер мөһим мәсьәлә борсоно: ул да булһа – төрки халыҡ­тарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың үтә баҫалҡы, тыйнаҡ булыуы. Беҙҙең тарих иҫ китмәле бай, һоҡланғыс, ҡыҙыҡлы, быны күрһәтә белергә генә кәрәк. Шуға күрә иң тәүҙә милли үҙаңды үҫтереү мөһим.
Күпмелер ваҡыт элек бөтә донъя конгресында итальяндар менән немецтарға ҡаршы сығыш яһарға тура килде. Улар үҙҙәренең телмәрендә: “Беҙ һеҙгә мәҙә­ни­лек алып киләбеҙ”, – тип урынһыҙ маһайғайны. Мин уларға: “Һеҙ нимәнелер бутайһығыҙ, ахыры, – тип яуапланым. – Ҡояш көнсығыштан ҡалҡа. Шуның кеүек мәҙәнилек тә тап Көнсығыштан баш­лан­ған. Заманында, һеҙҙең ата-бабағыҙ ярым ҡырағай булған ваҡытта, Көнсығыш илдәрендә юғары цивилизация хакимлыҡ иткән, астрономия, математика, медицина фәндәре ныҡ үҫешкән. Беҙҙең халыҡтарҙың хандары, улар күтәргән яуҙар тураһында ишетә ҡалһа, Европа императорҙарының тубыҡтары ҡалтырап торған”.
Тарихи Башҡортостан ерендә урын­лашҡан Арҡайымды ғына алайыҡ. Ул Троянан мең йылға олораҡ, шул ва­ҡытта уҡ унда металлургия оҫтаха­налары гөрләп эшләгән. Тимәк, Европа халҡы таяҡ тотоп йөрөгән ваҡытта, бында металл ҡоралдар ҡулланылған. Был – беренсенән. Икенсенән, бөгөнгө Европа армиялары Көнсығыш халыҡтарының хәрби оҫталығына таянып ҡорола.
Шуға күрә ошо тарихи ысынбарлыҡты белергә һәм уны башҡа халыҡтарға танытырға кәрәк. Үткәндәр менән ғорурланырға ныҡлы нигеҙебеҙ бар. Беҙ – Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалған халыҡ. Бынан тыш, Татарстан автономиялы округ статусы алырға тор­ғанда, изге күңелле халҡыбыҙ, Минзәләне биреп, уларҙың биләмәһен ҙурайтҡан. Һөҙөмтәлә күршеләргә республика статусы бирелгән.
Төрки донъяһында киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген яйға һалыу зарур. Рәсәйҙә милли республикалар тормошон ғына яҡтыртҡан гәзит-журналдар, айырым телеканал булырға тейеш. Юғиһә бөгөнгө ҡайһы бер үҙәк баҫмаларҙа республикабыҙ тураһында туҙға яҙмаған хәбәрҙәр генә уҡырға мөмкин. Был мәсьәлә лә съезд резолюцияһына индерелде.
Ошо һәм башҡа тәңгәлдә, әлбиттә, Хөкүмәт тарафынан ҙур ярҙам талап ителә. Быларҙың барыһы ла Баш­ҡор­тостандың абруйын күтәреү, ыңғай имиджын булдырыу менән тығыҙ бәйле. Беҙ бит интеллект, мәҙәнилек йәһәтенән күп кенә халыҡтарҙан өҫтөнөрәк. Быны тейешле кимәлдә күрһәтә белеү мөһим.

Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА
яҙып алды.


Вернуться назад