Без-без-без... Умарта яны гөж килеп тора. Ҡорттарҙың береһе “эштән” ҡайта, икенсеһе сығып китә.
Ошо кескәй генә йән эйәләренең ғәжәп хеҙмәтенә хайран ҡалырлыҡ. Ә инде уларҙы тейешенсә тәрбиәләп, мул бал алыу өсөн бөжәктәрҙең үҙенән дә егәрлерәк булыу кәрәктер. Сәйетбаба ауылында йәшәгән Тәғзимә менән Илфир Ишмырҙиндар – тап шундай кешеләр.
Ғаилә башлығы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһә, хужабикә – шәфҡәт туташы. Бына тигән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. ”Эшебеҙ тығыҙ, булғанына шөкөр” тип йәшәмәй улар. Күпләп ҡорт тоталар, йыл да мул бал алалар.
– Башҡалар ҙа ҡорт үрсетеүҙән ҡурҡмаһын, ифрат ҡыҙыҡлы, килемле шөғөл, – ти Ишмырҙиндар.