Рәсәй Дизайнерҙар союзының төбәк бүлексәһе киләһе йыл “Рәсәй дизайны баш ҡалаһы” фестивален Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.
— Конкуренцияның ҙур булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан баш ҡалаһының ошондай исемде алыу мөмкинлеге бар, — тине Союздың ижади оҫтаханаһы етәксеһе Вилүр Шакиров.
Дизайнерҙар союзы бындай сараны 2003 йылдан башлап төрлө урында уҙғара. Унда дизайнерҙарҙың йәмәғәт берекмәһе булған һәр ҡала ҡатнаша ала, еңеү яулағанында йыл буйы төрлө күргәҙмәләр, бәйгеләр, конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар уҙғарыла.
Быйыл фестиваль Томск ҡалаһында үткәрелә.