Хужаһыҙ ҡоролма юҡ19.06.2014
Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр төбәктә хужаһыҙ гидротехник ҡоролмаларҙың булмауы хаҡында белдерҙе.


Уның билдәләүенсә, былтыр 1 ғинуарға “Ростехнадзор” Башҡортостандың 26 районында хужаһыҙ ошондай 123 ҡоролманы асыҡлаған. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә 29 объект милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ алған, тағы ла һигеҙенә муниципаль мөлкәт реестрынан өҙөмтә бирелгән. Былтыр 44, быйыл 31 ҡоролма муниципаль берәмектәрҙең балансына индерелгән, ә 11-е бөтөрөлгән һәм хужаһыҙҙар исемлегенән сығарылған.
Объекттарҙың милекселәрен асыҡлау йәһәтенән Архангел, Кушнаренко, Учалы, Туймазы райондары хакимиәттәре һәйбәт эшләгән.
— Әммә был эш әле тамамланмаған. Быйылға бурыс — ҡалған объекттарға милек хоҡуғы тураһында таныҡлыҡ алыу, — тине министр урынбаҫары.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев хакимиәт башлыҡтарын үҙ биләмәләрендә ошондай объекттарҙы асыҡлау йәһәтенән тикшереү сараһы ойошторорға саҡырҙы.



Вернуться назад