Матурлыҡ өләшә18.06.2014
Матурлыҡ өләшә
Хәҙерге заманда магазиндар төрлө кейем-һалым менән тулы булһа ла, зауыҡлы кейенергә яратыусылар заказ буйынса тектереүҙе хуп күрә. Беҙ йыш ҡына: “Кейемең матур, килешеп тора — ниндәй оҫта текте?” — тип һоҡланғандарын ишетәбеҙ. Ысынлап та, килешле кейем тегенсенең оҫталығына ла бәйле шул. Бөгөнгө һүҙем – шундайҙарҙың береһе Илүзә Мырҙахан ҡыҙы ҒИМАЛЕТДИНОВА хаҡында.


Хаҡлы ялға сыҡһа ла, яратҡан эшенән айырылмай, матур-матур кейемдәр тегеп, күптәрҙе һөйөндөрөп йәшәй ул. Илүзә Мырҙахан ҡыҙында матурлыҡҡа ынтылыу тойғоһо бала саҡтан килә.
— Элек, кейемгә ҡытлыҡ булған саҡта, атайым төргәге менән туҡыма һатып алып ҡайта торғайны ла, әсәйем беҙгә балитәкләп матур-матур күлдәктәр тегеп кейҙерә ине. Ә кейем бескәндән ҡалған ҡораманан ҡурсаҡтарыма үҙем күлдәктәр тегә инем. Бер аҙ үҫә төшкәс, магазинға барып, бесеүсенән тауар бестереп алам да үҙемә күлдәк тегеп кейә башланым, — тип хәтерләй ул. Мәктәпте тамамлағас, бухгалтерҙар курсына уҡырға барған Илүзә тегенсе булыр өсөн тыуғанын аңлай һәм һис икеләнеүһеҙ ошо һөнәргә әҙерләгән һөнәрселек училищеһына юллана. Уҡыуын “ҡыҙыл диплом”ға тамамлай ҡыҙ. Йәш белгесте училищела мастер итеп эшкә ҡалдыралар. Бының менән генә сикләнмәй Илүзә, Белоруссиялағы Витебск ҡалаһына ситтән тороп уҡырға инеп, производствоға өйрәтеү мастеры һәм тегеү технологияһы һөнәрен үҙләштерә. Һуңғараҡ, Стәрлетамаҡтағы “Көнкүреш йорто” сауҙа үҙәгенә эшкә урынлашып, кейем етештереү цехын етәкләй.
Тиҙҙән Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Светлана Баранова уны костюмер итеп саҡыра. Бында эшләгән йылдарҙа һөнәрен тағы ла нығыраҡ камиллаштыра Илүзә Мырҙахан ҡыҙы. Айырыуса сәхнә кейемдәренә өҫтөнлөк бирә, сөнки улар үҙенсәлекле лә, матур ҙа. “Шишмә” халыҡ вокаль ансамбле, балалар бейеү төркөмдәре өсөн костюмдар, “Асман”, “Шихан” эстрада төркөмдәренә йәштәр стилендәге сәхнә кейемдәре, башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш милли костюмдары – былар барыһы ла уның алтын ҡулдары менән ижад ителә. Концерт барышында үҙе теккән кейемдәрҙә сығыш яһаған артистарға ҡарап илһам алған оҫта күңелендә йәнә яңы асыштар, фекерҙәр тыуа…
Бөгөн дә заказ биреп кенә торалар үҙенә. Бигерәк тә сәнғәт өлкәһендә эшләгән дуҫтары онотмай, йыш мөрәжәғәт итә. Сөнки уның ише һәр кемдең талабын, ихтыяжын, теләген иҫәпкә алып эш иткән тәжрибәле тегенселәр аҙым һайын осрап тормай. Булғас, кинәнеп кейерлек булһын, ти Илүзә.
Бигерәк тә йәштәр менән аралашырға ярата тегенсе, уларҙың үҙ ҡарашы, фекере булыуына шатлана.
— Хәҙерге заман йәштәре үҙенсәлекле, фасондары төрлөсә кейем-һалым, һуңғы арала буласаҡ кәләштәр никах күлдәктәре тектерә. Йәш килендәргә ҡарап ҡыуанам, — ти ул. — Оло йәштәге апайҙар мосолман кейемдәренә өҫтөнлөк бирә.
Илүзә ханым яҡты хыялдар менән йәшәй. Ике улын өйләндереп, ейән-ейәнсәрҙәргә һөйөнөп йәшәргә яҙһын, тигән изге теләген дә белдерҙе әсә. Йәш саҡта аҙыраҡ сәйәхәт ителде, шуға күрә киләсәктә донъя күреп, ил гиҙеп йәшәү маҡсаты ла бар уның.
Тормошто яратҡан, тирә-яҡҡа матурлыҡ таратҡан ошондай апайҙарыбыҙ күберәк булһын!

Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА,
Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт
һарайы методисы.



Вернуться назад