Мәхшәрҙе күрергә яҙмаһын18.06.2014
Ҡомлокүл ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Хәким Ғаяз улы Хисаев — бөгөн ауылда дәһшәтле һуғыш афәттәрен күргән берҙән-бер шаһит.



— Мин һуғышҡа 1942 йылда алындым, — тип һөйләп алып китте ул. — Һуғыш һуғыш бит инде ул... Бик ҡурҡыныс, аяуһыҙ... Тәүге йылдарҙа ҡот осҡос булды: күктән бомбалар яуа, ер тетрәй, ҡалалар һелкенә, йорттар яна... Күҙҙе асып та булмай, пушканан аталар... Ер үкерәме ни! Ҡолаҡтар тона! Әрнеү, һыҡрау, илашыу...
Мәскәүгә ни бары 18 саҡрым ҡалды. Шул саҡта плакаттар, лозунгтар күренде: "Сигенмәҫкә! Артҡа юл юҡ! Артта — Мәскәү!"
Ут эсенә бараһың, иҫән ҡалһаң ҡалаһың, ҡалмаһаң — артҡа сигенеү юҡ! Яраланғандар ҡысҡырып ятты. Бындай мәхшәрҙе киләсәктә балаларға күрергә яҙмаһын!
Иң ҙур һәм көсөргәнешле һуғыш Курск дуғаһында булды. Бик күптәр шунда ҡырылды. Мин иҫән ҡалдым. Аҙаҡ әйттеләр: "Һинең бер ерең дә яраланмаған, һуғышта булмағанһыңдыр..." Нисек булмағанмын?! Кейемем пулянан тишкеләнеп бөткән, иҫән ҡалыуым Алланың ҡөҙрәтелер инде... Бер мәл беҙ дошманға әсирлеккә эләкмәҫ өсөн дүрт–биш көн буйына ҡарлы һалам аҫтында йәшеренеп яттыҡ. Үлгәндәр ҙә булды. Аяғымды шунда туңдырҙым... Ауыр булды, әммә түҙҙек.
Тәүге осорға ҡарағанда, 1944 йылда армияға көс-ҡеүәт өҫтәлде, тәжрибә лә туплағандарҙыр инде, ҡорал эшләгән заводтар ҙа асылды. Немецтарҙың "Тигр" тигән танктарына ҡаршы беҙҙең бик ҡеүәтле "ИС-100" (Иосиф Сталин) һәм "КВ" (Клемент Ворошилов) танктарын сығарҙылар. Еңеү яҡынлашҡан һайын армия ҡеүәтләнде. Беҙ фашистарҙы аяуһыҙ дөмбәҫләп, өңөнә табан ҡыуа башланыҡ. Һалдаттарҙың рухы күтәрелде! Бер-бер артлы Көнбайыш илдәрен азат итә башланыҡ, Көнсығыш Украина, Молдавия, Румыния... Ауылдарға килеп инәбеҙ, беҙҙе, фашист илбаҫарҙарынан азат итеүселәрҙе, халыҡ ҡосаҡлап, илап ҡаршы ала. Өйҙәр, йорттар емерек, бөтә ерҙә соҡор ҙа саҡыр...
Бер ваҡыт мине командир һыуға ебәрҙе. Емерек траншея буйлап бара инем, фашист килеп сыҡмаһынмы! Маңлайына тондорҙом шунда котелок менән! Шулай итеп, "тел" алып ҡайттым. Тәүҙә сержант инем, һуңынан ҡорал расчеты командиры итеп тәғәйенләнеләр.
1945 йылда Польшаға барып индек. Унан — Германия! Фашист режимы юҡҡа сыҡты... Беҙҙе Германияға индермәнеләр. Фронт бик киң, бөтәһе лә илгә керә алмай. Унда беҙҙең армияны маршал Конев етәкләне. Ғәйрәтле армия, бөйөк полководецтарыбыҙ һәм Совет халҡының берҙәмлеге еңеп сыҡты ул аяуһыҙ һуғышты...
Хәким Ғаяз улына ҡәһәрле һуғыш ваҡытында күргән ғазаптары әле булһа ла тынғы бирмәй. Ҡар аҫтында ятып туңдырған аяҡтары һыҙлап, ыҙалап ултырған сағын күреп, йөрәгем һулҡылдап ҡуйҙы. Шул дәһшәтле йылдарҙың шаһиттары, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Илебеҙ, Ватаныбыҙ, беҙ азатлыҡта йәшәһен өсөн үҙҙәрен, һаулығын ҡорбан иткән һуғыш ветерандарына хөрмәтебеҙҙе күрһәтергә кәрәк.






Вернуться назад