Элек һәр колхоздың алдынғы механизаторы, һауынсыһы, мал ҡараусыһы, урмансылары булды. Уларҙы кем алға сығарҙы? Күп осраҡта алдынғыларҙың исемдәре хужалыҡ етәкселәре тарафынан аталыр ине. Был алым райком яғынан да хупланды. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы юҡ тигәндәй, “алдынғы” тигән исемде күптәр күтәрә алманы, бик һирәктәр генә оҙаҡ йылдар маҡталап йөрөнө, орден-миҙалдар алды, юғары исемдәргә лайыҡ булды. Ана шул алдынғыларҙы бүтән кемдер берәү үтеп китергә тейеш түгел, тигән ялған ҡараш та йәшәне.
Үҙҙәре һау саҡта маҡтауға лайыҡ булған, шул уҡ ваҡытта быға мохтаж алдынғылар ҙа күп ине. Һәр колхозда, һәр ауылда бар ине улар. Шуларҙың береһе – Яуымбай ауылынан Сәғит Мырҙағолов тигән тракторсы хаҡында был яҙмам.
Механизатор һөнәренә уҡып ҡайтҡас, 18 йәштә “Бөрйән” МТС-ында эш башлай ул. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә оҫта тракторсы булып таныла. МТС-ҡа яңы техника килһә, тәүгеләрҙән булып Сәғиткә ышаныс күрһәтәләр. Үткән быуаттың 50-се йылдарында У-2 тракторы менән ауылға ҡайтып, тотош малай-шалайҙы, ауылдаштарын аптыратҡаны билдәле. Алда ла, артта ла – тимер тәгәрмәс. Малайҙарға йәбешеп йөрөргә урын юҡ, был сәйер тракторҙың артынан да, йәнәшәләп тә йүгереп оҙатып йөрөй торғайныҡ. Ул трактор беҙҙең районда, башлыса, лобогрейка тигән ураҡ машинаһын тағып (һөйрәп) йөрөү өсөн файҙаланылды.
Сәғит Мырҙағоловты бүтән хужалыҡтарға ла ярҙамға йөрөткәндәр. “Беларусь”тар килә башлағас, МТЗ-50 тракторына ултырып ҡайтты бер йылы. Уныһы шәп йөрөй. Бәләкәй малайҙар ҡыуып етә алманы.
Сәғит ағайға рукояткалы НАТИ тракторында идара итеү эләкмәне шикелле. Ә бына ДТ-54-тә кинәнеп эшләне. Тракторҙы бик яҡшы белә ине. Аппарат көйләтәм йәки бүтән нәмәһен төҙәттерәм тип МТС-ҡа барып йөрөмәне ул, бөтәһен дә үҙе эшләне. Планлы ремонтҡа ғына тракторын МТМ-ға ҡыуыр ине.
1960 йылдың яҙғы сәсеүендә мин дә һабансы булып эшләгәйнем. Сәғит ағай – өлкән тракторсы. Өс егет инек. Ул беҙгә өйрәтә, ҡуша, эшләтә. Шунда тракторҙы дырылдатырға, йөрөтөргә өйрәндек. Ысын тракторсы яһағайны ул беҙҙән. Хатта һөрөп барғанда, көсө етмәй китеп, трактор һүнһә, уны үҙебеҙ ҡабыҙып алабыҙ. Шул йылы “Ағиҙел” колхозында эшләгән агрегаттар араһында ун көнлөктәме, биш көнлөктәме алдынғы урындарҙың береһен алғайныҡ. Тракторсылар бригадаһы бригадиры Мортаза Маликов беҙҙең тракторҙың радиаторы өҫтөнә бәләкәй генә ҡыҙыл флаг беркетеп китте.
Бригадала бер генә трактор булғас, сәсеү май аҙаҡтарында ғына тамамланды. Шулай булһа ла, Мораҙымға ярҙамға ебәрҙеләр. Байназарға барғас, тракторсылар колхоз идараһына инеп сығырға булды. Сәғит ағайҙың ярҙамсыһы Фауариз ағай Сафин ине. Шул саҡта райкомдың беренсе секретары Сәғит Йосопов килеп туҡтаны. Трактор эшләп ултыра. “Беренсе”, кабинетҡа инеп тә тормайынса, тракторсыларға бәйләнә, әрләй башланы:
– Кемдең тракторы, ни өсөн эшләп ултыра, ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
Сәғит ағай түрә-ҡара менән ошондай аралашыуҙы өнәп етмәй торғайны. Был юлы ла район етәксеһен тыңлап бөттө лә: “Ағай, һеҙ кемде әрләнегеҙ ул?” – тип ысҡындырмаһынмы. Секретарь ныҡ асыуланды. Колхоз рәйесе Ғ. Ҡотлобаевҡа боролоп: “Был кешене хәҙер үк тракторҙан бушатығыҙ”, – тип ҡысҡырҙы ла партком бүлмәһенә инеп китте.
Сәғит ағай Байназарҙа тороп ҡалды, беҙ ары ҡуҙғалдыҡ. Аҡташ яланында һөрөп, сәсеп ҡайтып киттек.
Сәғит Мырҙағолов, ҡырыҫыраҡ тәбиғәтле булһа ла, йор һүҙле, шаяртып һөйләшергә ярата торғайны. Ағалы-ҡустылы Сәғит менән Мансур Байназар кейәүе булдылар. Бер көндә Сәғит ағайҙың ҡәйнәһендә сәй эскәндә, Мансур ағай: “Рәхмәт, ҡоҙағый, туйҙым”, – тип тороп киткән. Сәғит ағай ултыра биргән дә: “Ҡәйнәм, мин дә туйҙым, моталлап”, – тип әйтә икән. “Аһ-аһ, кейәү, уныһы нимә тигән һүҙ була?” – тип аптырай икән ҡәйнәһе. Баҡтиһәң, Сәғит ағайҙың ҡайныһы – Рәхмәт ҡарт, Мансур ағайҙыҡы Моталлап ҡарт булған. Шулай итеп, ағай-эне бер-береһенең ҡайныларының исемен атап, мәрәкәләшеп алған.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдар уртаһында башланған ҡаты ауырыу арҡаһында Сәғит ағай оҙаҡ йәшәй алманы, 36 йәшендә вафат булды. Әммә Вазифа еңгәй менән татыу, матур ғүмер кисерҙеләр. Өс ҡыҙға, дүрт малайға ғүмер биргән улар. Бөгөн уларҙың 17 ейән-ейәнсәре, 19 бүлә-бүләсәре бар.