“Күләш” ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгендә йыл әйләнәһенә эш туҡтамай. Кушнаренко районындағы был үҙәккә төрлө йәрәхәттәр алған ҡырағай йәнлектәрҙе йыш килтерәләр. Йәнлектәрҙе Филүзә менән Роберт Әҙиевтәр ҡарай. Нығынған малҡайҙарҙы ҡайтанан тәбиғәт шарттарына ҡайтарыу ҡыуаныслы ваҡиға булһа ла, белгестәр улар өсөн хафаланыуын йәшермәй. Ҡулға эйәләшкән, кешенән тик изгелек күреп өйрәнгән хайуан иректә үҙен нисек тотор?
Ошо көндәрҙә вольерҙан Яша исемле мышы, ике ҡоралай һәм тиҫтәгә яҡын ҡабан сусҡаһын иреккә сығарҙылар. Ләкин егерҙарға тынысланырға иртә. Иреккә сыҡҡан хайуандар урынына яңылары килде. Әле шундай уҡ аяныслы яҙмышлы ике мышы балаһы бында төйәк тапҡан. Вольер хеҙмәткәрҙәренең бар иғтибары уларҙа.
Өс айлыҡ мышы балаларын егерҙар яңы тыуған сабыйҙар кеүек ҡарай. Хайуандар имеҙлектән башҡа бер нәмә лә ҡаба алмай. Белгестәр уларға кәзә һөтө генә эсерергә тырыша. Бөтөнләй хәлһеҙҙәр, берәүһенең боттары имгәнгән.
Мышы балаларының икеһен дә Белорет ҡалаһы янында табып алғандар. Уларҙы, үтә хәлһеҙ булғанға, инәләре ҡалдырып киткән, тигән фараз бар. Быҙауҙарға тәрбиәселәре ҡушамат та биргән. Хәҙер уларҙы Милка һәм Влада тип йөрөтәләр. Мышы балалары ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгендә бер йыл самаһы йәшәйәсәк.
Ә бына Яша һаҙлыҡҡа батҡан булған. Уны ҡотҡарғандар. Хәлһеҙләнгән, йонсоған малды аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаған. Бөгөн иһә ул кеше ҡурсауына мохтаж түгел. Буй етмәҫлек кейеккә бер йәш кенә тип уйламаҫһың да. Бөгөн ул үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ситлектең тышына сыҡты. Ләкин ҡабандар һымаҡ урманға атылып инеп китеү уның уйында ла юҡ. Тәүҙә икмәк һорап йонсотто, һуңынан ихата янындағы аҡланда үлән утланы.
Яша менән бергә иреккә ике ҡоралай, туғыҙ ҡабан сусҡаһы ебәрелде. Улар ҙа вольерҙа йылдан ашыу йәшәгән.
Алда хайуандарҙы ниндәй яҙмыш көтөрөн береһе лә белмәй. Ҡулға эйәләшкән кейектәргә иректә көн итеү хәүефле. Үҙәк эшләгән ике йыл эсендә егерҙар егермегә яҡын ҡабан сусҡаһын, дүрт ҡоралайҙы, ике мышыны һәм башҡа йәнлектәрҙе аяҡҡа баҫтырып, үҙаллы тормошҡа оҙатҡан. Уларҙың артабан күҙәтеүгә алынмауы ғына күңелде ҡыра, ти белгестәр.
Байтаҡ хайуандарҙың иреккә сығыуы вольер бушап ҡала тигәнде аңлатмай. Милка менән Владаға бында күңелһеҙ булмаясаҡ. Үҙәктә ҡырағай йәнлектәр байтаҡ. Олежка ҡушаматлы ҡоралай, мәҫәлән, ситлек эсендә ғүмерлеккә ҡаласаҡ. Былтырғы танышыбыҙ бер йыл эсендә үҫеп киткән. Был малҡайҙы Ишембай районының Верхотор ауылы эргәһендә тапҡандар. Уны машина төкөгән булған. Аяғы дөрөҫ уңалмаған мал ғүмерлеккә сатан булып ҡалған. Шулай ҙа Олежка үҙенең яҙмышына зарланмай, буғай. Былтыр уның кәйефе юҡ ине. Быйыл иһә кешегә эйәләшкән, ҡурҡмай.
“Күләш” – республикала ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарған берҙән-бер үҙәк. Шуға ла уның хеҙмәткәрҙәренең уңыштарына һөйөнмәү мөмкин түгел. Браконьерҙар ҡулынан зыян күргән йә ауыр хәлгә тарыған ҡыр йәнлектәрен уларҙан башҡа кем ҡотҡарыр?