Рәсәйҙең элемтә оҫтаһы18.06.2014
Рәсәйҙең элемтә оҫтаһы
2014 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу барышында почтальондар һәм йәмәғәт башланғысында таратыусылар араһында “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырыу буйынса конкурс иғлан иткәйнек. Хәтерегеҙҙәлер, бәйгегә йомғаҡ яһап, еңеүселәр менән таныштырғайныҡ.


Вәғәҙә ителгәнсә, уларҙың күбеһенә бүләктәребеҙҙе алып барып тапшырҙыҡ. Бөгөнгө һанда һүҙебеҙ — үҙ эшенә яуаплы ҡараған почта хеҙмәткәрҙәренең береһе хаҡында.
Ҡаңны-Төркәй почта бүлексәһе начальнигы Розалия Рамазанованы эш урынында тап иттек. Ҡалған почтальондарҙың үҙ биләмәһенә сығып киткән сағы ине, әммә иркенләп һөйләшергә форсат теймәне. Әле береһе инеп иғтибарын үҙенә тартты, әле икенсеһе йомошон хәл итергә ашыҡты. Ошо аҙ ғына ваҡыт эсендә лә әллә күпме эш атҡарырға тура килеүенә шаһит булдыҡ.
Розалия Барый ҡыҙы почта элемтәһендә 1995 йылдан алып эшләй, шуның 15 йылын — почта бүлексәһе начальнигы вазифаһында. Ете ауыл халҡын хеҙмәтләндереү йөкмәтелгән бүлексәгә.
— Почтальондарыбыҙға һүҙ тейҙерерлек түгел, һәр береһе бурысына яуаплы ҡарай, бай тәжрибә туплаған. Рәмилә Мифтахова, Гөлсәсәк Ноғоманова, Гөлсинә Бикмәева һәм Люба Ануфриева үҙҙәренә беркетелгән ауылдар халҡын оҙаҡ йылдар хеҙмәтләндереп килә. Әлбиттә, эш еңелдән түгел, шулай ҙа биләмәлә йәшәгән һәр кем менән уртаҡ тел табабыҙ, — ти ул.
Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына Розалия Барый ҡыҙына “Рәсәйҙең элемтә мастеры” тигән маҡтаулы исем бирелгән. Был һөйөнөслө хәбәрҙе беҙгә Бүздәк районы почта элемтәһе начальнигы Флүзә Нәбиева еткерҙе.
— Розалия Барый ҡыҙын ошо юғары исемгә бер тауыштан тәҡдим иттек, сөнки эшен яратып, күңел һалып атҡара, бурысына яуаплы ҡарай, намыҫлы, бер генә дәғүә лә белдерелгәне юҡ. Ниһайәт, хеҙмәте лайыҡлы баһаланды, — тип шатлығы менән уртаҡлашты Флүзә Рәфҡәт ҡыҙы.
Беҙ ҙә элемтә оҫтаһын юғары исем бирелеүе менән ҡотлап, уның киләсәктә лә гәзитебеҙҙе әүҙем таратыусыларҙың береһе булып ҡалырына ышанабыҙ.


Вернуться назад