Былтыр Кушнаренко районының Яңы Баҫҡаҡ ауылында йорттарҙың береһен талап киткән уғрылар тотолдо. Кеше милкенә ҡул һуҙыусылар әле лә бик күп. Улар, күҙ-ҡолаҡ юҡлыҡтан файҙаланып, барлыҡ йорт йыһазын машина прицебына тейәгән мәлдә йорт ихатаһы янынан үтеп барған Илшат Фастеев ҡайырып асылған гараж ишеген, тейәлгән әйберҙәрҙе күреп ҡала. Сәйер, ят кешеләрҙең ашығыуын күргәс, үҫмер күп уйлап тормай, машина номерын иҫендә ҡалдырып, тиҙ генә полицияға хәбәр итә.
Әлбиттә, бер ҡараһаң, был ғәҙәти хәл һымаҡ, үҫмер ябай ғына бурысын үтәгән, тип уйларға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа кешегә ярҙам итеү, уның хәленә кереү һирәк күренешкә әйләнеп бара. Бөгөн күптәребеҙ тирә-йүненә битараф. Кеше енәйәтселәрҙе күрмәмешкә, ишетмәмешкә һалышып, тиҙ арала был урындан китергә ашыға. Тик иртәгәһе көндә үҙенә ярҙам талап ителеү ихтималлығы тураһында уйламай. Битарафлыҡ булмаһа, тормошта фажиғәле осраҡтар киҫәтелеп, ваҡытында сара күрелеп торор ине...
Дөрөҫ тәрбиә алған Илшат ябай ғаиләлә үҫә. Атаһы Айрат менән әсәһе Рәмзиә уны ғәҙеллек яҡлы булырға өйрәткән. Әле үҫмер Солтанай ауылында VIII класты тамамланы. Тиҫтерҙәре менән һөйләшкәндә лә, уның бик тырыш, һәр саҡ ярҙамсыл, өлгөлө булыуын билдәләнеләр. Миһырбанлылыҡ, игелеклелек үрнәге күрһәтә белгән, тирә-яҡҡа битараф ҡала алмаған Илшат Фастеевты полиция бүлеге етәксеһе подполковник Б. Д. Карамов аҡсалата премия, рәхмәт хаты менән бүләкләне.