Ошо көндәрҙә Эстонияның баш ҡалаһы Таллиннда башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев тураһында китап донъя күрҙе. Эстон һәм урыҫ телдәрендә нәшер ителгән китап батырҙың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнала.
Башланғысты Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәмғиәте тәҡдим иткән. Уның рәйесе Флүзә Хәйруллина әйтеүенсә, китапҡа Салауат Юлаевтың Эстония губернаһында һөргөндә булыуы хаҡындағы Милли архив документтары ингән. Китапҡа баш һүҙҙе Эстонияның мәҙәниәт министры Урве Тийдус яҙған. Унда билдәләнеүенсә, Эстония менән Башҡортостанды ике ил тарихындағы фажиғәле ваҡиғалар берләштерә. 1775 йылдың 29 ноябрендә Салауат менән уның атаһы Юлай Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелһә, 1940 – 1941 йылдарҙа Совет власы тарафынан ҡулға алынған Эстонияның тәүге президенты Константин Пятс ғаиләһе менән Башҡортостанда көн иткән. 1994 йылда Өфөләге Пятс йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
“Быйыл башҡорттар үҙҙәренең милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуҙы билдәләй. Шуға күрә беҙ Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәмғиәтенең “Салауат Юлаев” китабын сығарыу тураһындағы башланғысын хуплайбыҙ. Был китап Эстония халҡын тарихыбыҙҙың билдәһеҙ, әммә әһәмиәтле биттәре менән таныштырасаҡ, беҙҙең менән бергә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәрен яҡшыраҡ белеү һәм аңлау мөмкинлеген бирәсәк”, – тиелә мәҙәниәт министрының мәҡәләһендә.