Кителгән күңелдәр имләнде18.06.2014
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр араһынан һәләтлеләрҙе асыҡлау, уларҙың ижтимағи, ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында, Ульяновск ҡалаһында “Йондоҙло сәғәт” балалар ижады фестивале уҙғарылды. Ул – Волга буйы федераль округында ойошторолған “Бала саҡ йондоҙҙары” конкурсының өсөнсө этабы.


Гала-концертта округтағы ун дүрт төбәктән 157 бала ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла төбәк һайлап алыу турында еңеп сыҡҡан. Башҡортостан делегация составына Ауырғазы, Ҡуғанаҡ, Учалы һәм Салауат ҡалаһы балалар йорттарынан ун өс бала инде. Ижади коллективтарҙың, йәш артистарҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Балаларға фестиваль лауреаттарының дипломдары, бүләктәр тапшырылды. Бәйгенән тыш, был көндәрҙә мәҙәни-күңел асыу саралары, велосипедтарҙа, роликтарҙа йөрөү ойошторолдо.



Вернуться назад