Бына, исмаһам, кейекбаевсылар!17.06.2014
Бына, исмаһам, кейекбаевсылар!
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы — һәр яҡлап өлгөлө уҡыу йорто.


Ю.А. Гагарин исемендәге кубок өсөн республика олимпиадаһында II — VII класс уҡыусылары ҡала буйынса 22 призлы урын яулаған, VII класс уҡыусыһы Дауыт Сөләймәнов физкультура буйынса ҡалала — 1-се, республикала 2-се урынды алған, Авиация һәм космонавтика тарихы буйынса дистанцион олимпиадала II класс уҡыусыһы Анжелина Яковлева III урынға лайыҡ булған. Былар — уҙған уҡыу йылында белем усағы өлгәшкән ҡаҙаныштарҙың бер өлөшө генә.
Эйе, халҡыбыҙҙың бөйөк ғалимы исемен йөрөткән уҡыу йорто республиканың мәғариф өлкәһендә лайыҡлы урын биләй. Уҡыусылары ла, гимназияны тамамлаусылар ҙа остаздары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, киреһенсә, ғорурланырлыҡ сәбәптәргә эйә. Тик бындай ғорурлыҡтың башы ла уҡытыусыларҙың үҙҙәренә барып төртөлә – гимназияла киләсәк өсөн янып йәшәгән берҙәм коллектив хеҙмәт итә.
— Мәғариф өлкәһен ваҡыты менән ҡағыҙ эше баҫып алған һымаҡ. Шул уҡ мәлдә талаптар, шарттар бер туҡтауһыҙ үҙгәреүсән. Әммә, бер ниндәй сәбәптәргә ҡарамаҫтан, уҡытыусы уҡытыусы урынында ҡалырға тейеш. Уның булмыш-маҡсаты ла шунан ғибәрәт, — ти белем усағының директоры Айгөл Шаһисолтанова.
Бына ҡайҙан килә ул уңыштың сере!
Уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыуға ла гимназияла төрлө шарттар булдырылған. Улар ҙур теләк менән вокал, “Торатау” бейеү һәм “Ынйылар” драма түңәрәктәрендә, “Арман” фольклор төркөмөндә шөғөлләнә.
Милли баҫмалар менән дә әүҙем эш итә гимназия коллективы. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзите һәр саҡ партала ята. Ята тип әйтеү дөрөҫ үк булмаҫ: уҡытыусылар дәрес үткәргәндә йыш ҡына гәзиткә таяна. Алдағы ярты йыллыҡҡа күптән яҙылып ҡуйғандар. Бына, исмаһам, кейекбаевса, бына, исмаһам, кейекбаевсылар, тип әйтергә генә ҡала.


Вернуться назад