Кемгә нисектер, әммә миңә ҡалһа, модернизация, реформа, оптимизация, стандарт кеүек мәғариф өлкәһен "яңыртҡан" һүҙҙәр уҡытыу-тәрбиә тармағының маҡсатын, йүнәлешен генә үҙгәртеп ҡалманы, бәҫен дә төшөрҙө. Яңы белем биреү стандартына күсеү балалар бөгөндән ныҡлы белем ала башлаясаҡ тигәнде аңлатмай, тигәйне бер сәйәсмән. Килешмәй булдыра алмайым, тик ни өсөн аңлы рәүештә шул тиклем "ҡыйыу" тәжрибәләргә барырға — быныһы ҡараңғы... Ғөмүмән, ғилем донъяһы үҙгәртеп ҡороуҙарға түгел, ә, тәү сиратта, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә, килешеп эшләүгә нигеҙләнергә тейеш, минеңсә.
Университетты тамамлағас, Ейәнсура районының Күгәрсен мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр. Ошо уҡ йылды белем усағына тағы ете-һигеҙ йәш белгесте алдылар. Директор ҙа йәш, яуаплы вазифаға һайланыуына ике-өс йыл тирәһе генә. Урынбаҫары — Мөхәмәт ағай Туйсурин уҡыу-уҡытыу системаһын тәрән аңлаған тәжрибәле етәксе булып сыҡты. Уның менән эшләүе шул тиклем еңел ине. Һәр фәнгә төплө ҡарашы, урынлы кәңәше беҙгә, әле генә диплом алған йәш белгестәргә, ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе булды.
Ғөмүмән, мәғариф тармағында эшләү дәүеремдә шуға инандым: коллективтағы ойошҡанлыҡ, өлгәш, белем сифаты, уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте күп осраҡта директор урынбаҫарҙарының булдыҡлылығынан килә. Был осраҡта мин һис кенә лә мәктәп етәкселәрен үпкәләтергә теләмәйем, төп көс, яуаплылыҡ һис һүҙһеҙ улар иңендә, тик уларҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен барлағанда... Ҡыҫҡаһы, директор урынбаҫарҙарынан уңдым. Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында эшләү осоромда ла нәҡ директор урынбаҫарының — Мөхәмәт Мозафаровтың ҡанаты аҫтында нығындым. Ул мәктәпкә таңдан килер ҙә иң тәүҙә кластар буйлап йөрөп сығыр ине. Һуңынан мотлаҡ республика гәзит-журналдары менән таныша, ҡыҙыҡлы, фәһемле тип тапҡан яҙмаларҙы билдәләп, өҫтәлгә һалып ҡуя.
Өсөнсө урынбаҫар менән хәҙерге Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына эшкә күскәс осраштым. Хәйер, Лениза Хәсәнова менән алдан уҡ таныш инек. Ул 1-се мәктәп-интернатында урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Тәжрибәле, талапсан педагог булды. 20-се мәктәп асылғас, мине унда эшкә Лениза Абдулла ҡыҙы "ҡоҙаланы".
Бөтә мәктәпкә ул хужа ине тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Директор Туғаҙаҡ Йәһүҙин яңы асылған белем усағының бөтмәҫ-төкәнмәҫ хужалыҡ эштәренән бушай алмай. Ә бына урынбаҫарын дөрөҫ һайлағайны. Әле булһа хәтеремдә: коридорҙа Лениза Абдулла ҡыҙы күренеү менән уҡыусылар тынып ҡала, йүгергән, шашҡан, тәртип боҙған баланы күрмәҫһең. Юҡ, ул ҡысҡырмай ҙа, әрләмәй ҙә, ә гүйә булмышы менән тәрбиәләй ине. Дәрестәргә инә, кәңәштәрен бирә, етешһеҙлектәрең булһа, үпкәләтмәй генә әйтә белә. Ә бит ул йылдарҙа директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары ла, фән буйынса ярҙамсыһы ла булманы.
Бөгөн мәктәптәр шул тиклем матур. Матди-техник база бай, яңынан-яңы уҡытыу алымдары өҫтәлеп тора. Мәғлүмәти нигеҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әммә ошо урында мәҡәләмдең башында әйткән фекеремә ҡайтып ҡалам: бер-беребеҙгә кешелекле, ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ. Аңлап эшләүҙе бер компьютер ҙа, интерактив таҡта ла алыштыра алмай. Иң мөһиме — ныҡлы, берҙәм коллективта ғына аҡыллы, рухлы балалар тәрбиәләнә.
Гөлкәй ҠУЖИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.