Полк ҡыҙы17.06.2014
Полк ҡыҙы Замандашым, яңы бәхет таңын
Ҡаршылаған һайын илемдә,
Халҡыбыҙҙың ниҙәр кисергәнен
Аҙым һайын һаҡла иҫеңдә!

Р. Мифтахов.

Тигеҙ асфальт буйлап барған автобус кинәт кетерләп торған, әммә һеңкелдәк булмаған юлға сыҡты. “Суйырташлы ере башланды”, — тине ҡыҙы Пермь өлкәһендәге үҙе хеҙмәт иткән гарнизонға ҡунаҡҡа алып ҡайтып барған әсәһенә. Оҙон юлда арып, бер аҙ йоҡомһорап барған Раҡия инәй ҡасандыр бик тә таныш булған, әммә инде 70 йылға яҡын бер ҡасан да ҡулланырға тура килмәгән “суйырташ” һүҙен ишеткәс, тертләп китте. Тайганы ярып, тәгәрмәстәр аҫтында тығырлап, сатрашланып, ғәйәт ҙур бал ҡорто кәрәҙен хәтерләткән икһеҙ-сикһеҙ юлға ҡарап, күҙҙәре йәшләнде.
— Әсәй, ни булды һиңә?
— Ә-әй, ҡыҙым, тап ошо суйырташ аҫтында алтын бала сағымдың бер өлөшө йолҡоп алынып, түшәп ҡалдырылған һымаҡ хис итәм...
Раҡия инәй ҡыҙына элек әллә нисә тапҡыр һөйләгән хәтирәләрен яңынан бәйән итте...
— Ҡыҙҙар, подъем! Вагон бушатырға команда булды. Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк, мои милые! Тороғоҙ инде, мои дорогие, доченьки... — Алтмыштан уҙған старшина Тихонов һәндерәгә түшәлгән йоҡарып, тетелеп бөткән һалам матрастарҙа өҫ кейемендә көйөнсә йоҡлап ятҡан ҡыҙҙарҙың әле береһен, әле икенсеһен һаҡ ҡына тейгеләп уятырға тотондо. — Таңға тиклем вагон буш булырға тейеш...
— Әйҙәгеҙ инде, ҡыҙҙар, — тине башҡаларҙан олораҡ бригадир Һәҙиә. Үҙе иң тәүҙә тороп, әхирәттәрен уятыша башланы.
– У-у-уф, ҡыҙҙар, — тип кирелде өҫтөнә иҫке оҙон пальто, көпө салбар кейгән Зөлҡәғизә, — шул ике арала тағы йыйыла һалғанмы...
— Туңып өлгөргән булһалар ярар ине, — тине берәү.
— Бынау утыҙ градуслы һыуыҡта фриц түгел, әллә кемең туңыр, — тине Һәҙиә, яулығынан сығып торған сәс шәлкемен шәле эсенә йәшереп. — Әйҙәгеҙ, матурҡайҙарым! – Ул старшина Тихоновҡа оҡшата биреп, инде барыһы ла тиерлек уянып ҡалҡына башлаған йәш ҡыҙҙарҙы төнгө построениеға теҙә башланы.
— Раҡия, әйҙә, тор инде. Кәрәк, аңлайһыңмы, кәрәк... — тине Һәҙиә үткән өс ай эсендә үҙенең ҡыҙы һымаҡ күреп яратып өлгөргән Раҡияға әсәләрсә йомшаҡ итеп.
Буйға ла үҫеп етмәгән Раҡияға хеҙмәт әрмеһенә алынғанда ни бары ун өс кенә йәш ине. Шуғалыр ҙа, моғайын, старшина Тихонов уға килгәс тә шаяртып “дочь полка” тип өндәшкәндер. “Бала ғына кешене ер аяғы-ер башы ерҙән нишләп кенә алып килгәндәрҙер инде тайга төпкөлөнә...” — тип уйланы 30 йәштәрҙәге Һәҙиә уны тәү күреү менән. Башҡортостандың төрлө райондарынан ошо Молотов (хәҙерге Пермь) өлкәһендәге хеҙмәт әрмеһенә килгән ҡыҙҙар араһында ана шул бәләкәй генә кәүҙәле, ҡара ҡашлы, муйыл күҙле Раҡия иң йәше ине...
Эшкә ифрат тырыш, сос, ныҡыш, зарланыуҙы белмәгән был башҡорт ҡыҙы тиҙ арала ихтирам яулап өлгөрҙө. 1944 йылдың октябрь айында аяҡтарына сабата, өҫтәренә ни етте шуны кейгән төрлө йәштәге ҡырҡ ҡатын-ҡыҙҙы Баймаҡ районынан Магнитогорск ҡалаһы вокзалына тиклем йәйәүләтеп алып килгәйнеләр. Улар араһында Татлыбай ауылынан Һәҙиә, Икенсе Этҡолдан Зөлҡәғизә лә бар ине.
Ә бөгөн төндә бушатыласаҡ вагонда ниндәйҙер “затлы" әйбер булғандыр тип уйлай күрмәгеҙ берүк, ҡәҙерле ватандаштар. Унда көн дә тиерлек йыйылып торған... әсир мәйеттәре ине. Баштараҡ үтә лә шомло тойолған был эш һуңға табан ҡыҙҙар өсөн ғәҙәти шөғөлгә әйләнде... Тик мәйеттәрҙе, ни өсөндөр, көндөҙ ерләтмәйҙәр.
Төндә ҡыҙҙарға йоҡларға бирмәүҙәре бигерәк ауыр. Ғинуар һыуығында мәйеттәр ысынлап ҡоро утын һымаҡ туңып ҡатҡан. Шуға ла уларҙы икешәр кеше тотоп ергә, унан бульдозер ҡаҙыған соҡорға ташлауы бер аҙ еңелгә тура килде.
Ағас табанлы “американский” ботинкаларға сылғау урап кейгән аяҡтар шаҡылдап туңа башлағанда, улар эштәрен тамамлап, ярайһы ғына асығып өлгөргән булыуҙарына ҡарамаҫтан, яңынан түшәктәренә сумып ҡаты йоҡоға талды. Иртәнге подъемға тиклем тағы ике сәғәт бар әле...
Хеҙмәт әрмеһенең төп эше, әлбиттә, мәйет ташыу түгел, ә таңғы алтынан киске һигеҙ-туғыҙҙарға тиклем бәғзе ир-аттарҙың да көс-хәлен алған ифрат ауыр эш — бейек, ҡолас етмәҫлек йыуан ҡарағайҙарҙы бысып йығыу, ботау, вагондарға тейәү ине. Ә төнгө эш көндөҙ бүрәнәләр тейәләсәк вагонды бушатып, сираттағы мәсьәләне үтәү генә булды... Ошондай “вагон бушатыу”ҙар йыш ҡына булып торҙо, көндөҙгө төп эшкә тотҡарлыҡ булмаһын типме, төндәрен ташкүмер ҙә бушаттыралар ине.
Ике-өс сәғәтлек эште бәйән итеп, меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың дәһшәтле һуғыш мәлендә кисергән ауырлыҡтарын, батырлыҡтарын тулыһынса һүрәтләү, әлбиттә, мөмкин түгел.
...Ҡарағайлы ҡара урман,
Ҡайтыр көндәр булырмы?
Ҡапма-ҡаршы ҡул тотошоп,
Күрешер көндәр булырмы? — тип Раҡия моңһоуланып йыр һуҙҙы, бер көн эштән арып ҡайтҡас.
— Зөлҡәғизә апай, бынау һыуыҡта кәкрәйеп кенә ятып үлеп ҡалмаҫмынмы икән? — тип, ҡыҙ шаҡылдап ҡатҡан оло брезент бейәләйҙәрен бер-береһенә һуҡҡыланы. — Һеҙ барығыҙ ҙа көслө, ҡыйыу...
— Юҡты һөйләмә, — тине Зөлҡәғизә. — Оҙон пальтомдың еңенә булһа ла тығып алып ҡайтасаҡмын. Тик бына һуғыш ҡына бөтһөн инде... Беҙҙекеләр ниместең үҙ еренә барып еткән, тиҙәр ҙә бит...
Көнбайыштан эшсе көс килә торҙо. Әсир немецтарҙан тыш, фашист ҡоллоғонан ҡотолоп та, хыянатсылыҡта ғәйепләнеп, ҡабаттан әсирлеккә төшөрөлгән үҙебеҙҙең һалдаттар ҙа күп. Уларҙың хәле лә немецтарҙыҡынан еңел түгел. Барыһы ла конвой аҫтында эшләй. Урман ҡырҡылып, таҙартылған урында ҡом түшәп, өҫтөнә суйырташтар һалып, нимес әсирҙәре ифрат тигеҙ итеп юл төҙөй. Эйе, хәҙергәсә шул көйөнсә һаҡланған тарихи юл.
Еңеү көнөн хеҙмәт әрмеһендә ҡаршыланылар. Июнь айы башланғас, әҙәм көсө етмәҫлек ауыр эштән, аслыҡтан хәлһеҙләнгән ҡыҙҙарҙы Магнитогорск ҡалаһындағы вокзалға поезд менән оҙатты старшина Тихонов. Ирәндек урманында бешә башлаған ҡайын еләген ашай-ашай тау аша төшөп, ҡалған араны тағы ла йәйәүләп ҡайттылар...

* * *

Әсәһенең һуғыш йылдары хәтирәләрен сираттағы мәртәбә тыңлағас, госпиталдә старшина званиеһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән ҡыҙы Әминәнең дә күңеле тулышты. Әсәһе өсөн уны ғорурлыҡ хистәре биләп алды.
...Һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡан егерме бер йәшлек III дәрәжә Дан ордены кавалеры Усман менән 1947 йылда тормош ҡорорға яҙған Раҡия инәйгә. Ауыл хужалығында арыу-талыу белмәй, ең һыҙғанып эшләйҙәр. Туғыҙ бала үҫтерәләр. Егерме бер ейән-ейәнсәре һәм егерме ете бүлә-бүләсәре бар. Хәләл ефете Усман Дәлхә улы – хәҙерге Байым ауылында иҫән ҡалған берҙән-бер ветеран. 60 йыл бергә ғүмер иткән, әле яҡшы тәрбиәгә мохтаж ирен сабыйҙай ҡәҙерләп ҡарай Раҡия инәй Арыҫланова.
Йәшлеге ауыр йылдарға тура килһә лә, бер ҡасан да тормошҡа, кешеләргә ҡарата мөхәббәтен юғалтмаған ул. 84 йәшен ҡыуып барыуына ҡарамаҫтан, көслө рухлы инәйебеҙ. Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын ифрат матур итеп башҡара, мосолман мәжлестәрендә йөрәккә үтеп инерлек моңло тауышы менән Ҡөрьән аяттары уҡый.
Йәш сағында күргән михнәттәре өсөн Аллаһ Тәғәлә уға, хәләл ефетенә бәхетле оҙон ғүмер насип итһен.


Вернуться назад