Район һәм республика баҫмаларында “Һуҡайлы” хужалығының алсаҡ, зирәк, эшһөйәр механизаторы Илдар Ишекәев тураһында байтаҡ мәҡәлә донъя күрҙе. Тырыш, намыҫлы егеттең ҡаҙаныштары, юғары күрһәткестәре ысын мәғәнәһендә маҡтауға, данлауға лайыҡ.
Нордовка ауылында тыуып үҫкән Илдар тормошон тыуған еренән айырым күҙ алдына ла килтермәй. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Хужалыҡтың игенселек, үҫемлекселек тармағы үҫешенә индергән өлөшө ҙур уның. Сәсеүлектәрҙе, культураларҙы тәрбиәләү, тупраҡты эшкәртеү, уңыш йыйыу, мал аҙығы әҙерләү — бөтәһе лә Илдарҙың егәрле ҡулдары аша үтә. Фиҙакәр хеҙмәте район, республика кимәлендәге бихисап награда менән баһаланған. Уның исеме байтаҡ йылдар алдынғы эшселәр иҫәбендә. Ябай, киң күңелле, яуаплы, ярҙамсыл механизаторҙы коллективта хөрмәтләйҙәр.
Илдар Ишекәев йыл һайын районда уҙғарылған һабансылар конкурсында ҡатнаша һәм башлыса беренсе урындарҙы яулай. Уның оҫталығы, маһирлығы республикала ла киң билдәле. Ике йыл элек йәш егет Краснодар крайының “Кубань” уҡытыу хужалығында “Югагро-2012 баҫыу көндәре”ндә Рәсәйҙең һөрөү буйынса беренсе асыҡ чемпионатында ярышып, туғыҙынсы урынды алғайны. Ил буйынса 24 төбәктән 50-ләп кеше араһында тәүге унау исемлегенә инеү – ҙур ҡаҙаныш. Былтыр иһә Илдар Ростов өлкәһендә һөрөү буйынса үткән Рәсәй чемпионатында илебеҙҙең иң яҡшы 18 механизаторы исемлегенә инеп кенә ҡалманы, 6-сы урынды алып, Мәләүез еренең, Башҡортостаныбыҙҙың данын күтәрҙе.
Ошо көндәрҙә Илдар Ишекәев Владимир өлкәһенең Суздаль ҡалаһында уҙған “Һабансы-2014” бөтә Рәсәй асыҡ чемпионатында дүртенсе урынды яуланы.