Шаранбаш-Кенәз ауылындағы ғәжәйеп яҙмышлы, көслө рухлы кешеләр менән осрашыу күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ауырлыҡтар сыныҡтырҙы беҙҙе— Беҙ һуғыш йылдарының ауырлығын татып үҫкән быуын. Рауил менән икебеҙ бер көндә тыуғанбыҙ. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде — аҙаҡ тормош юлдарыбыҙ айырылды. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, 60 йыл үткәндән һуң ғына яңынан осраштыҡ. Икенсе никахыбыҙҙы уҡытҡанда 73 йәш тулып уҙғайны инде, — тип башта уҡ үҙенең күңел дәфтәрен аса биреп ҡуйҙы Нона апай Фәхретдинова.
Ул арала йорт хужаһы ла эшен бөтөрөп, беҙ ултырған яҡҡа үтте. Апайыбыҙ иһә уға йылы, һөйкөмлө ҡарашын ташланы.
— Ҡартайған көнөбөҙҙә бергә йәшәүебеҙгә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Рауил — аҡыллы кеше. Ысын табип кеүек, мин хатта элекке һыҙланыуҙарымды ла оноттом.
— Бергә уҡыныҡ беҙ, — тип һүҙен тағы ялғап алып китте Нона апай. — Атайымдың яу ҡырынан имен-аман ҡайтыуы барыбыҙ өсөн дә оло шатлыҡ ине. Исмаһам, тамаҡ ашҡа туйып ҡалды.
— Минең атайҙы ла фронтҡа алдылар, — тип әңгәмәгә ҡушылды Рауил ағай. — Өйҙә өс бала тороп ҡалдыҡ. Бәләкәйҙән эшкә егелдек. Һуғыш осороноң барлыҡ ауырлығын үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Етмәһә, әсәйебеҙ сирләп китте. Яҙғы көндә тубыҡтан һыу кисеп, тимер юл станцияһынан бойҙай орлоғон күтәреп ташығандар. 24 килограмм йөк менән арманһыҙ булып ҡайтып йығылғанын әле лә иҫләйем. Һыуыҡ алдырып, сиргә һабышты. Был хәл 1942 йылдың яҙында булды. Әсәйебеҙ шунан мандый алманы. Атайым Тимерйән һуғыштан иҫән-һау ҡайтты. Ләкин, мин ауырыу ҡатын менән тормайым, тип беҙҙе ташлап сығып китте.
Яугир бер балалы ҡатынға өйҙәш булып инә. Әммә Тимерйән уның менән дә оҙаҡ йәшәй алмай. Айырылып, үҙ йортона ҡайтҡан, балаларының әсәһе алдында теҙләнеп: “Ғәйниямал, ғәфү ит, бергә көн күрәйек”, — тигән. Әммә хужабикә уның ҡулын ситкә этәргән.
Шулай ҙа Ғәйниямал, ғорурлығын еңеп, ауыр ваҡытта ташлап киткән Тимерйәндең хәленә инә. Үҙе димләп, яңғыҙ йәшәгән Ғәзимә исемле ҡатынды алып килеп, никах уҡыта.
— Был хәлгә бөтә ауыл шаҡ ҡатты. Тимерйән менән Ғәзимә матур ғына донъя көттө. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, — тип хәтергә төшөрҙө ул дәүерҙе Нона апай.
Нона үҙе ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлай. Урта белем алыу өсөн күрше Саҡмағош районының Митрәй-Әйүп ауылына йөрөп уҡый. Үҙаллы тормош юлына баҫҡан ҡыҙ һуңынан документтарын Бөгөлмәләге уҡытыусылар институтының тәбиғи фәндәр факультетына тапшыра. Дипломлы йәш белгесте Ҡурған өлкәһенә эшкә ебәрәләр. Бер аҙҙан ҡыҙ тыуған яҡтарына ҡайта.
Ауыл мәктәбендә йәш мөғәллимә үҙенең мөхәббәтен таба ла инде. Бер урамда уйнап үҫкән Инсафетдин атлы егет тә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Оҙаҡламай гөрләтеп туй үткәрәләр. Йәштәр үҙҙәрен бәхетле тоя. Инсафетдинға мәктәптә директорлыҡ вазифаһын да атҡарырға тура килә.
– Ирем менән татыу ғүмер иттек. 1977 йылда ул баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Шуныһына шөкөр, балаларым тормошта үҙҙәренең урынын тапты, ауылға юлды һыуытмайҙар, эштән бушаған арала килеп ярҙамлашып китәләр, – ти Нона апай.
Күңел күҙе күрмәһә...Бала сағы етемлектә үткән Рауил Сабир улы донъяның әсеһен үҙ елкәһендә күп татый. Мәктәптән һуң уға ил алдындағы изге бурысын үтәргә ваҡыт етә. Ул Ырымбурҙа урынлашҡан хәрби часҡа эләгә.
— Шунда мин матур татар ҡыҙын осраттым. Бибиямал Һаҡмар районынан ине. Шаранбаш-Кенәзгә бергә ҡайтып төштөк. Тик ауылда оҙаҡ торманыҡ, кире мин хеҙмәт иткән яҡтарға юлландыҡ. Бик матур йәшәнек. Алты балаға ғүмер бирҙек. Бөгөн уларҙың икеһе — Ырымбурҙа, ҡалғандары Һаҡмар районында йәшәй. Мин үҙем тимер юл станцияһында электромеханик булып эшләнем. Бибиямал иһә өй хәстәренән бушаманы, балаларҙы ҡараны.
Көтөлмәгән ҡаты ауырыу хужабикәне аяҡтан йыға, Рауил Сабир улы түшәктә ятҡан һөйөклө ҡатынын 16 йыл тәрбиәләй.
— Класташымдың тормош юлы еңелдән булмаған. Ул да шулай минең кеүек олоғайған көнөндә яңғыҙ тороп ҡалған, — тип өҙөлә биргән һүҙҙе ялғап ҡуйҙы Нона апай. — Беҙ 60 йыл буйы күрешмәгәнбеҙ. Йәйҙең йәмле ваҡыты ине. Ейәнем Альберт менән Сәйет тауына мәтрүшкә йыйырға киттек. Матур тәбиғәт менән хозурланып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Шул саҡ бер кешенең килгәнен шәйләнек. Мин уны таныманым. Килеп етте лә: “Минең кеүек аҙашып йөрөгән кешеләр ҙә бар икән”, — тине. Ул да беҙҙе танымай. 60 йыл ғүмер үткән бит! Был кешелә мәрхүм булып ҡалған Сабир абзыйҙың һынын күргәндәй булдым. “Һеҙ Рәшитме, мәктәптә уҡытҡайным түгелме?” — тип һүҙ ҡушам. “Юҡ, мин Рауил”, — ти. Ул да миңә текәлеп ҡараны. “Ә һеҙ кем?” “Мин — Нона”. Күпмелер ваҡытҡа һүҙһеҙ ҡалдыҡ.
Көтөлмәгән осрашыу Нона апайҙың да күңелен болоҡһота. Бер ваҡыт Рауил ағайҙан хат килеп төшә. “Икебеҙ ҙә оло йәштәбеҙ. Тик яңғыҙлыҡ эсте бошора. Ҡалған ғүмерҙе бергә үткәреп булмаҫмы икән?” — тигән ул...
Рауил Сабир улының бергә уйнап үҫкән ҡыҙға йәш сағында уҡ күҙе төшөп йөрөй. “Атайым беҙҙе ташлап киткәс, кеше араһында үҙебеҙҙе кәм-хур итеп тойҙоҡ. Нона ла миңә кәмһетеп ҡарай торғандыр тип уйлағайным”, — ти ул.
Бөгөн Нона апай менән Рауил ағайҙың матур йәшәүенә һоҡланмаған кеше юҡ. Хоҙай уларҙы һаулыҡтан айырмаһын, олоғайған көндәрендә күрмәгән бәхеттәрен татыһындар ине.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Шаран районы.