Бәхетленең байрамы бергә17.06.2014
Бәхетленең байрамы бергә
Баш ҡаланың Октябрь проспекты буйлап тигеҙ сафта Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең республика буйынса 22-се отряды, радиоэлектроника колледжы студенттары, махсус техника үтте.


Ана шулай күңелдәрҙе елкендергес булды Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға – 440, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына – 260, шулай уҡ Рәсәйҙә янғын һүндереү хеҙмәте төҙөлөүгә 365 йыл тулыуға арналған парад. Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов халыҡты, ҡунаҡтарҙы ҡотлап, Ленин майҙанында театрлаштырылған тамашаны асты.
Тантана Ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте. Шулай уҡ был көндә төрлө ярыштар, уйындар ойошторолдо, йыр-моңдан майҙан шау-гөр килеп торҙо.


Вернуться назад