Райондағы быйылғы һабантуй Баймаҡ-Илеш дуҫлығының 50 йыллығына арналыуы менән әһәмиәтле булды. Матур байрам менән ҡотлап, хеҙмәтсән халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин етәкселегендәге делегация, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һәм башҡалар килде.
Төбәктә нисәмә йыл рәттән ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре көндө төнгә ялғап иген үҫтерә, мал үрсетә. Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов үҙ сығышында ошо хаҡта ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо менән әйтеп үткәс, һабан батырҙарына маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премия тапшырҙы, уларҙың фиҙакәр хеҙмәтендә артабан да уңыштар теләне.
Вице-премьер Илшат Тажетдинов та яҡташтары өсөн ғорурланыуын йәшермәне. “Ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәйһегеҙ, киреһенсә, тағы ла тырышып эшләйһегеҙ, ял да итә беләһегеҙ. Ә инде ярты быуатлыҡ тарихы булған Баймаҡ-Илеш дуҫлығы бар республика өсөн өлгө булырлыҡ”, – тине ул. Илшат Азамат улы ла хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә Хөкүмәт наградалары тапшырҙы.
Илештәрҙең йырлы-моңло “күстәнәс”енән дә ауыҙ итте баймаҡтар. Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ хистәре менән һуғарылған сара ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнде.