Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Дыуан районына эш сәфәре барышында Мәсәғүт муниципаль-ара медицина үҙәгенең яңы асылған дауалау корпусын ҡараны.
Төҙөлөш эштәре бында 15 йыл элек башланған, әммә ниндәйҙер сәбәптәр буйынса туҡтатылған. Ул ваҡытта объекттың ни бары ике ҡаты төҙөлөп өлгөргән булған. 2011 йылда Рөстәм Зәки улы ҡушыуы буйынса төҙөлөш эштәре тергеҙелде. Дауалау корпусы республика бюджеты иҫәбенә һалынды. Ҡорамалдарҙы иҫәпкә алғанда, уның дөйөм хаҡы бер миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Корпустың майҙаны – 17300 квадрат метр.
Муниципаль-ара медицина үҙәгендә республиканың биш районы халҡы – йәмғеһе 117 мең кеше – хеҙмәтләндерелә. “Ауыл табибы” программаһы буйынса ике йыл эсендә дауаханаға 56 белгес эшкә урынлашҡан. Былтыр, Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды программаһына ярашлы, улар өсөн 28 фатирлы йорт төҙөлгән. Быйыл 30 фатирлыҡ йәнә бер өй сафҡа индереләсәк. Торлаҡтың квадрат метры 30 мең һум тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов бының ҡиммәт булыуын һәм фатирҙарҙы медицина хеҙмәткәрҙәренә үҙ хаҡы менән һатыу кәрәклеген билдәләне.
Төбәк башлығы ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү һәм сирлеләрҙе реабилитациялау системаһының һүлпән эшләүен дә иғтибарға алды.
– Ҡиммәт хаҡҡа юғары технологиялы медицина үҙәктәрен төҙөүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Бындай объекттарҙың булыуы яҡшы, әлбиттә. Әммә ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм сирлеләрҙе реабилитациялау мәсьәләһе элеккесә һаулыҡ һаҡлау системаһының етешһеҙлеге булып ҡала, – тине Рөстәм Хәмитов.