Бер йәйҙә – ике батырлыҡ24.05.2014
Бер йәйҙә – ике батырлыҡ
Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән Фидәлиәнең оло батырлыҡ күрһәткәнен иптәштәре белмәйҙер ҙә. Әбйәлилдә тыуып үҫкән сая ҡыҙҙың әле Сибай педагогия колледжында белем алыуын ишеткәс тә, уның менән осрашыуға ашыҡтым.


Ул йәшәгән Тал Ҡусҡары ауылы янынан Оло Ҡыҙыл йылғаһы аға. Йәй көнө бар бала-саға уның һыуында ҡойоноп, ярында ҡыҙынып, каникулын үткәрә. Күрше Магнитогорск ҡалаһында йәшәгәндәр ҙә бында ял итергә килә. Бормаланып аҡҡан Ҡыҙылдың бер нисә урында ныҡ тәрән икәнлеген ауыл кешеләре яҡшы белә, шуға күрә ололар бала-сағаны һәр саҡ ағым көслө ергә барыуҙан тыя.
Әммә дүрт йәшлек Вилдан өсөн ул көн саҡ фажиғәгә әйләнмәй. Кескәй малай ата-әсәһенең һүҙен аңламаған, күрәһең: йылғала һыу ингән балаларға эйәреп, ул да Ҡыҙылға төшкән. Сыр-сыу килгән балаларҙың тауышы батып барған Вилдандың ярҙам һорап һөрәнләүен ишеттермәй ҙә. Яр башында ултырыусыларҙың берәүһе шул саҡ әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрә:
– Ҡотҡарығыҙ, кемдер бата!
Тауышҡа барыһы ла һиҫкәнә, әммә баҙап ҡалалар. Аптырапмы, ҡурҡыпмы, нимә эшләргә лә белмәйҙәр. Хәлде тиҙ үк аңлап, Фидәлиә генә малайға ярҙамға ашыға.
– Яҡшы йөҙһәм дә, ҡаушауҙанмы, быуындарым ҡалтырап, ҡойолоп төштөм, – тип хәтерләй ул көндө батыр ҡыҙ. – Артабан үҙемде ҡулға алдым, Вилданды тиҙерәк ҡотҡарыу теләге еңде, күрәһең. Бер нисә секунд эсендә тигәндәй, янына барып етеп, саҡ тотоп өлгөрҙөм үҙен. Бәхетенә күрә, ағым малайҙы алып китеп өлгөрмәне. Шул арала өлкәндәр килеп етте, ярҙамға ашыҡты...
Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, ажарланып аҡҡан Ҡыҙыл, йәнә ҡорбан көҫәгәндәй, ун дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡуйынына алмаҡсы була. Ҡаланан килгән ҡыҙҙы белмәһә лә, был юлы ла Фидәлиә Ғиззәтова ярҙамға ташлана. Уны ярға һөйрәп сығарғас, үҙе лә хәлһеҙ ҡолай.
Бер йәйҙә ике батырлыҡ ҡылырға өлгөргән геройымдың тәүәккәл аҙымға барыуына һоҡланып ҡуйҙым. Тик шуныһы бер аҙ кәйефте ҡырҙы: ҡыҙҙың батырлығы арҡаһында ике кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынһа ла, уны дәртләндереү, рәхмәт белдереү йөҙөнән бер ниндәй бүләк тә, маҡтау ҡағыҙы ла бирелмәгән. Әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас сабыр, йыйнаҡ, изге ҡылығын башҡаларға һөйләргә яратмаған Фидәлиәнән был хаҡта һорағас, ул йылмайып: ”Нимәгә ул?” – тип кенә ҡуйҙы.
Әйткәндәй, Фидәлиә Ғиззәтова йөҙөү менән бәләкәйҙән үҙаллы шөғөлләнә. Күп тапҡыр район кимәлендә беренселекте яулаған. Үҙе әйтмешләй, төбәктә ҡатын-ҡыҙ араһында уға тиңләшеүсе юҡ. Хәйер, был һүҙҙәрҙең хаҡлығын ул ҡыйыу аҙымдары менән дәлилләп тә ҡуйған инде.


Вернуться назад