Ветерандарыбыҙ үҙ урынында23.11.2011
— Минең төп шөғөлөм — күҙ төбәп, аһ-зар йәки сетерекле мәсьәләләр менән килгәндәргә ярҙам итеү. Үтенестәрен үтәп, ҡайғы-хәсрәттәренән аҙ ғына булһа ла арындыра алһам, ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм, хатта уны һүҙ менән әйтеп тә бирә алмайым. Бәхетемә күрә, тормош юлымда намыҫлы, изге күңелле, тырышлығы менән һоҡландырған кешеләр генә осраны һәм, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, уларға таяна алдым. Шуға ла миңә ышанып килеүселәрҙең өмөтө аҡлана, — ти Өфө ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Римма Миһранова.
Римма Тимерйән ҡыҙы баш ҡалала эшсе ғаиләһендә тыуып үҫә. Тырышҡанда ғына хөрмәт, абруй яулап булыуын ата-әсәһе үҙ миҫалында раҫлай.
Римма Миһранова 40 йылға яҡын Өфө ҡала Советында, хакимиәтендә һәм мәҙәниәт өлкәһендә төрлө вазифала эшләй. Бай тәжрибәһен, кешеләр хәлен аңлай белеүен, буш вәғәҙәләр бирмәүен һәм башҡа күркәм сифаттарын иҫәпкә алып, Римма Тимерйән ҡыҙын баш ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлайҙар ҙа инде һәм отолмайҙар.
— Үҙ эшенең оҫтаһы менән аралашыуҙан ғына ла йылылыҡ алаһың. Римма Тимерйән ҡыҙының ынтылыштары һәм хәстәрҙәре изге сараларға ғына йүнәлтелгән, холоҡ-фиғеле менән ярҙамсыл, ышанысты аҡлай белә, — ти уның тураһында республика Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.
Римма Миһранованың һүҙе эштән айырылмай. Ул – әүҙем, мәҙәниәтле, асыҡ күңелле, эшенә мөкиббән бирелгән кешеләрҙең береһе.
Сафуан ШАФИҠОВ,
Өфө ҡалаһының ветерандар
советы рәйесе урынбаҫары.


Вернуться назад