Исемеңде һалдым йырҙарға14.06.2014
Айҙар Ғәлимов репертуарынан.

Һине эҙләп күпме юлдар үттем,
Һине эҙләп сыҡтым ҡырҙарға.
Әрнеүҙәрем, йөрәк серҙәремде,
Исемеңде һалдым йырҙарға.

Ул йырҙарҙы тауҙар ҡабатланы,
Улар ишеттерҙе елдәргә.
Шуға иҫә елдәр, һине эҙләп,
Ер сигенә, алыҫ илдәргә.

Урман-тауҙар аша күк күкрәтеп,
Диңгеҙ өҫләп уҙа был елдәр.
Табалмағас һине, асыуланып,
Дауыл булып туҙа был елдәр.

Йәшнәр-йәшнәр, шашып ағыр йылға,
Ярҙарынан ташып, урғылып.
Тик һин минең ярһыу йөрәгемдә
Һаҡланырһың китмәҫ йыр булып.


Вернуться назад