Яҙыусы Зөһрә Бураҡаева балаларына береһенән-береһе матур исемдәр биргән: Айназа, Айсулпан, Юрматы. Улының исеме бигерәк тә хайран ҡалдырҙы, күңелде әсир итте. Күҙ алдына ҡурҡыу белмәҫ батыр егет килеп баҫты. Хәйер, уның менән яҡынданыраҡ танышырға форсат тейҙе.
– Юрматы Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында уҡый, быйыл II класты тамамланы, – тип һөйләне егеттең әсәһе. – Яҡшы ғына уҡып алып китте. Уның тиҫтерҙәре барыһы ла Әтәс йылында тыуғанғамы икән, кластарында малайҙар бик шуҡ. Шуға быйыл Юрматының да тәртибе һәм уҡыуы менән бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙы. Әммә мин уны яҡшы билдәләр талап итеп йонсотмайым – әйҙә, малайҙарса һуғышып та алһын, һүҙен һүҙ итеп өйрәнһен.
Отҡор һүҙле, күҙәтеүсән, ғәҙел, тип һөйләне улы хаҡында Зөһрә апай. Ошо сифаттары уға исеме менән ҡуша һалынғандыр, сөнки борон төплө аҡыллы, ғәҙел кешеләр генә хан була алған, халыҡ шундайҙарҙы ғына ырыу башлығы итеп һайлаған. Бындай исем ҡушыу идеяһының нисек тыуыуы хаҡында ла һөйләне әсә:
– Илгизәр абзыйым улына Бураҡаевтарҙың ун дүртенсе быуыны булған Сурағол исемен ҡушҡас, мин дә улыма шәжәрәһенән боронғо ата-бабаларының береһенең исемен ҡушырмын, тип хыялланғайным. Исемде атаһы менән бергәләп һайланыҡ. Атаһы Айсыуаҡ – Ишембай районының Ҡанаҡай ауылынан, Юрматы ырыуы вәкиле. Әммә Фәйзуллиндарҙың шәжәрәһен белгән бер кешене лә тапмағас, беҙ ошо ырыуҙың иң-иң боронғо быуыны – Юрматы хандың исемен ҡушырға булдыҡ.
Уҡытыусылары ла, иптәштәре лә исемен яратып ҡабул итә, батырҙарса яңғырағас, әйтеүе оҡшай, тиҙәр.
– Олораҡ ағай-инәйҙәр ҡайһы саҡ аптырап китә, әлбиттә, – тип һүҙен дауам итте әңгәмәсем. – Ә инде йәшерәктәр тыныс ҡарай, сөнки башҡорт мөхитендә боронғо исемдәр ҡушыу, быуаттар төпкөлөндәге яңынан-яңы исемдәрҙе тергеҙеү матур йолаға әйләнде. Милләтебеҙҙең көсәйә барыуына бер ишара булып тора был. Урыҫ таныштарым да, исемдең мәғәнәһен белеү менән, ихтирам менән ҡарай.
Һирәк осраған исем эйәһе булараҡ, минең менән дә ҡыҙыҡлы хәлдәр күп булды. Бәләкәй саҡта йәй һайын ҡартатай-ҡәртәсәйгә ял итергә бара торғайныҡ. Шулай бер мәл ауылға ҡайтҡан ваҡытта күрше ҡыҙы яҡындарына: “Атай, әсәй! Сәлим олатайҙарға аҡсарлаҡ килгән!” – тип һөйөнсөләгән, ти. Юрматы ла Ишембай, Стәрлетамаҡ яғында, Торатау янында булһа, апалары: “Ана һинең ерҙәрең, һин уларға хужа”, – тип шаярта икән. Ҡайһы саҡ таныштары: “Уға исеме менән киләсәктә ҡыйын булмаҫмы?” – тип һораһа, “Ана япон режиссеры Такеши Китаноға йәки яҙыусы Харуки Муракамиға бер ҙә ҡыйын түгел бит”, – тип яуаплай Зөһрә.
Ҡыйынлыҡ түгел, ә ҡыйыулыҡ бирә был исем үҙенең эйәһенә! Бөйөк шағир әйткән кеүек, ҡылыстар сыңлауы сағыла бит унда. Егеттәргә тап шундай батырҙарса, башҡорттоң бөркөттәй саялығын, ғорурлығын күрһәткән исем ҡушырға кәрәк. Шөкөр, һуңғы арала был һөйөнөслө күренеш йыш күҙәтелә.
– Боронғо исемдәребеҙ бик матур. Заманында Салауат Төпәев бик төплө исемлек төҙөгәйне, шуны баҫтырһалар, һәйбәт булыр ине. “Башҡорт шәжәрәләре” китабында, башҡорт халыҡ ижады баҫмаларында ла ҡолаҡҡа ятышлы исемдәр байтаҡ. Һирәк осрағандарынан ҡурҡырға кәрәкмәй, улар балала айырым шәхес булыу, башҡаларҙан айырылып тороу тойғоһон тәрбиәләй, – тип ихлас теләктәрен еткерҙе Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы.
Сабыйға билдәле шәхестәрҙең исемен ҡушыу унда яуаплылыҡ, үҙаң, ихтирам тойғоларын формалаштырыуға ҙур йоғонто яһай. Бала аҙашының тормош юлын өйрәнә, эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына башлай. Ыңғай миҫалдар һәр ваҡыт уны илһамландыра, юғары идеалдарға ынтылдыра, үҫешергә һәм камиллашырға теләк тыуҙыра. Юрматыға ла аяғында ныҡлы баҫып торған, йөрөгән ерендә ут сәсрәткән, көслө һәм рухлы егет булып үҫеүен, тормошта үҙ урынын табып, яҡындарының – ғорурлығы, халҡының тоғро улы булып йәшәүен теләйбеҙ!