Йылмайып-көлөп кенә14.06.2014
– Хәйерле иртә, аҡҡошом.
– Хәйерле иртә, аппағым.
– Ҡәһүә ҡайнатайыммы, былбылым?
– Эйе, рәхмәт, алтыным.
– Һин дә минең исемемде оноттоңмо ни?!

* * *
Бер ханымдан һорайҙар:
– Ни өсөн этегеҙҙе Ахмаҡ тип атанығыҙ?
– Урамда китеп барғанда исемен ҡысҡырып әйтеп, ирҙәрҙең әйләнеп ҡарауын күҙәтергә яратам.

* * *
Батша һарайындағы мәрәкәсе ҡуйын дәфтәренә ниҙер яҙып ҡуйҙы.
– Нимә яҙҙың унда? – тип һорай һалды батша.
– Үҙем белгән бөтә ахмаҡтарҙың исемдәрен теркәп барам. Бына әле генә һинең исемеңде яҙып ҡуйҙым, сөнки һин алдаҡсыға аҡса тотторҙоң. Сит илдән затлы әйберҙәр алып ҡайтам тип, ул һине алдап китте, башҡаса бында килмәйәсәк.
– Әгәр килһә?
– Ул саҡта һинең исемеңде юйып, уныҡын яҙып ҡуясаҡмын, – тигән мәрәкәсе.


Вернуться назад