Тарихты шәхестәр яһай. Йылдар уҙыу менән ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанам. Әлбиттә, йәмғиәттең, йәшәйештең дөйөм ҡанундары бар, улар менән дә иҫәпләшергә кәрәк. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең тирә-йүндәгеләргә ваҡытында аңлашылып та бөтмәгән ынтылышы, тырышлығы булмаһа, тарихыбыҙҙа күп күренештәр икенсе төрлө сағылыш табыр ине.
Бөгөн Малаяҙға юлы төшкән күп юлаусылар милли батырыбыҙ Салауат Юлаев музейын күрмәй үтмәйҙер. Был музей залдарына тыуған төйәгебеҙгә алыҫ араны яҡын итеп килгән дәрәжәле ҡунаҡтарҙы саҡырғанда ла йөҙ ҡыҙармай.
Экспозицияла урын алған һүрәт, картина авторҙары — республикабыҙҙа ғына түгел, илдә лә танылған рәссамдар. Архитектор А.В. Клемент проекты буйынса төҙөлөп, 1991 йылдың йәйендә асылған музей бинаһы район үҙәген генә түгел, теләһә ниндәй ҙур ҡаланы ла биҙәп торорлоҡ ҡоролма булыуына һис кенә лә шик юҡ.
Ә бит музейға башланғысты ауылыбыҙҙың ике энтузиасы, тарихыбыҙға, ил яҙмышына битараф булмаған Әлкә мәктәбе уҡытыусылары Тархан ағай Заһиҙуллин менән Әбүзәр ағай Сәйфуллин һалды. Беҙ, III–IV класс уҡыусылары, музей экспонаттарын йыйыуҙа әүҙем ҡатнашһаҡ та, ниндәй изге эшкә йәлеп ителгәнебеҙҙе, әлбиттә, ул заманда аңлап та еткермәгәнбеҙҙер.
Шуға ҡарамаҫтан, яратҡан уҡытыусыбыҙ Тархан ағайҙың абруйы шул тиклем ҙур ине: ҡайһы саҡ боронғо тормошҡа, ғөрөф-ғәҙәткә ҡағылышлы булған әйберҙәрҙе, хатта хужаларының тулы ризалығын да алып тормайынса, мәктәпкә ташыуыбыҙ ғәҙәти хәл булды.
Милли батырыбыҙҙың музейы ҡасан да булһа барыбер ойошторолор ине. Заман талабын инҡар итеү мөмкин түгел. Әммә был эш шул алыҫ йылдарҙа башланмаһа, моғайын, күп экспонат юҡҡа сыҡҡан булыр ине. Музейҙың хәҙерге кимәленә күтәрелеүенә лә, һис шикһеҙ, уҡытыусы ағайыбыҙ бик күп көс һалды.
Тархан ағай ысын мәғәнәһендә уҡытыусы булды. Төплө белем менән бергә ул беҙгә, ауыл балаларына, тәрбиә лә бирҙе. Үҙенең өс малайын ғына түгел, беҙҙе лә өгөт-нәсихәтһеҙ, нотоҡ һөйләмәйенсә, заман талаптарына яуап бирерлек граждандар итеп тәрбиәләргә тырышты. Уның уҡыусыларының ниндәй юғары вазифалар биләгәнен, ниндәй асыштар яһағанын һанап китһәк, Тархан Заһиҙуллиндың уҡытыусы, тәрбиәсе бурысын тулыһынса үтәгәненә шик ҡалмаҫ.
Хоҙай үҙе лә һәләтте уға йәлләмәй биргән. Һунарсы, балыҡсы булыуы аңлашыла, ә бына рәссамлыҡҡа бер ҡайҙа ла махсус уҡымаған кешенең иҫ киткес картиналар төшөргәненә әле лә ғәжәпләнәһең. Бары тик Салауат батыр эҙе ҡалған һуҡмаҡтарҙы йылдар буйы тапаған кеше генә Әлкә, Тәкәй, Аҙналы ауылдарының күренешен төҫмөрләп, быуаттар аша күҙ һалып, беҙгә күрһәтергә һәләтлелер.
Көн-төн Салауат рухын тергеҙер, үҫеп килгән йәш быуынға уның аманаттарын еткерер өсөн күпме көс, тырышлыҡ һалғанын, ҡайһы бер маңҡорттарҙан ниндәй һүҙҙәр ишеткәнен ағайыбыҙ үҙе генә белде һәм быны мәңгелеккә алып китте.
Ҡулыма "Салауат ере, батыр төйәге" тип аталған ҡалын китапты алам. Ул Салауат районы ойошторолоуының 75 йыллыҡ юбилейына арналған. Батыр төйәгенең данлыҡлы шәхестәре, батыр улдары, фән һәм дәүләт эшмәкәрҙәре менән танышҡанда, йөрәккә йылы йүгерә, арҡала ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай була. Һүнмәгән дә, һүрелмәгән дә Салауат батыр рухы яҡташтарымда. Киләсәктә лә шулай булыр тигән ышаныста ҡалам.