Ҡайҙа элекке почта?21.01.2012
“СССР тарҡалғас, илдә хөкөм һөргән яуапһыҙлыҡ почта селтәрен дә урап үтмәне. Тәүге йылдарҙа почта ҡумталары емерелде, килгән гәзит-журналдар яндырылды, юғалды. Элек почта хеҙмәткәрҙәре өй һайын йөрөп матбуғатҡа яҙҙыра ине. Ә бөгөн улар үҙҙәренең төп эшенән ситләште”.
Ошондай етешһеҙлектәр хаҡында әсенеп яҙғайны Өфөнән Ләлә Бейешева.
Хатҡа Башҡортостандың ФПЭИ – “Рәсәй почтаһы” ФДУП филиалы директоры урынбаҫары У. Әҡбәровтан түбәндәге яуап килде:
“Гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороу һәм уны таратыу өсөн яуаплы кешеләр менән үткәрелгән кәңәшмәлә был хат буйынса етди һөйләшеү булды.
Бөгөн гәзит-журналдарҙы халыҡҡа еткереүселәрҙе матди яҡтан ҡыҙыҡһындырыу ниәтенән программа эшләнде һәм ул уңышлы тормошҡа ашырыла. Бөтә почтальондарға план бирелә. Бынан тыш, подписка осоронда иң яҡшы эшләүселәр шифаханаларға, ял йорттарына бушлай юллама менән бүләкләнә.
Ваҡытлы матбуғатты таратыу беҙҙең предприятие өсөн, дөйөм алғанда, табышһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй почтаһының төп эшмәкәрлеге әүәлгесә ҡала — уны халыҡтың барлыҡ ҡатламына еткереү. Ошоға бәйле дүрт йыл тирәһе почта сығымдары үҙгәрешһеҙ ҡала.
Гәзит-журнал алдырыусылар тарафынан редакцияға ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ булһа, уны кисекмәҫтән хәл итеү өсөн беҙгә 276-41-96 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ”.