Гиппократ антына тоғро14.06.2014
Наил Талха улы Ғабдуллиндың исеме күптәргә яҡшы таныш. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы отоларинголог ул.


Әбйәлил районында тыуып үҫкән уҙаман күпме кешене дауалағандыр, уныһын Хоҙай үҙе генә белә. Табип тураһында ҙур мәҡәлә яҙған булһам, мин уның тормош юлын, эш тәжрибәһен өйрәнеп, теүәл һандар, факттар теркәр инем. Оло йөрәкле, үҙ эшен яратып, бар тәжрибәһен, күңелен биреп башҡарған табипҡа рәхмәт әйтеү – минең төп маҡсатым.
Наил Талха улы – улыбыҙға күкрәк тултырып тын алырға ярҙам иткән кеше. Ярты йыл буйы танауҙағы тымауҙан, йүткереүҙән, төндәге ғырылдауҙарҙан Руслан ныҡ йонсоғайны. Балалар поликлиникаһында отоларингологтарға һәр ваҡыт ҡытлыҡ булғас, таныштар аша табип эҙләй башланым. Ике клиникала булып та, улымдың хәле үҙгәрмәгәс, күнеп кенә бөткәйнем... Таныштарым Наил Талха улына барып ҡарарға кәңәш итте.
Телефондан шылтыратып яҙылдыҡ та икенсе көнөнә үк күрендек.
Беҙҙе асыҡ сырайлы, ихлас кеше ҡаршы алды. Төрлө процедураларҙы еңел кисерһен өсөн, бәләкәй пациентты һүҙ менән әүрәтеп, еңел генә дауаланы. Улыма ла табиптың мөғәмәләһе оҡшаны. Бер аҙна буйы Наил Талха улына дауаланырға йөрөнөк. Ниһайәт, беҙҙе күптән йонсотҡан тымауҙан һәм башҡа уңайһыҙлыҡтарҙан ҡотолдоҡ.
Наил Талха улына ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Донъялар, кешелек ҡиммәттәре үҙгәргән мәлдә лә Гиппократ антына тоғро табип икәнен иҫбат итте. Кеше һаулығының һағында торған бөтә табиптар ҙа тап уның һымаҡ булһын ине.




Вернуться назад