Был район үҙәк дауаханаһының бер быуатлыҡ тарихы бар. Бөгөн ул – юғары квалификациялы белгестәргә һәм заманса технологияларға эйә киң профилле һауыҡтырыу учреждениеһы.
500 хеҙмәткәрҙән торған коллектив алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәй. Шуның 58-е табип, 247-һе – урта звено медицина хеҙмәткәре. Ике хеҙмәткәр – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, бер кеше – Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, ә 16-һы – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностика, сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү, заманса ҡорамалдар менән эш итеү район халҡының сәләмәтлек торошон билдәләгән бөтә күрһәткестәрҙең дә яҡшырыуын күрһәтә.
Шуныһы һөйөнөслө: “Ауыл табибы” программаһы буйынса дауаханаға 13 белгес килгән. Күбеһе – ошо райондан сыҡҡан кешеләр. Әйтәйек, Айгөл Абдуллина Сатай-Бөрйән ауылында тыуып үҫкән. Бер нисә йыл баш ҡалала эшләп йөрөгәндән һуң тыуған районына ҡайта. Әле ул – Елдәр амбулаторияһының участка терапевы. Ҡарамағында – ике меңгә яҡын кеше. “Ауыл табибы” программаһына инеп, бер миллион һум аҡсаны яңы йорт һалыуға тотонған.
Марсель Вәлиуллин да – ошо төйәк егете. Ул ике йыл элек ҡайтып төпләнеп, анестезиолог-реаниматор булып эшләй. Тормош иптәше Эльвира иһә – терапевт.
Айгөл Бәҙретдинова – ошо уҡ райондың Боғҙан ауылынан. Өфөлә 12 йыл эшләгәндән һуң районға ҡайта. Әле терапевт булып хеҙмәт итә.
Гөлфиза Таһирова – Нарыҫтау ауылы ҡыҙы. Ун йылға яҡын Раевкала эшләгәндән һуң программала ҡатнашырға ниәтләй. Ике бала үҫтергән ғаилә, бында килгәс, яңы фатирға эйә була.
Алексей Тарасов та – Миәкә егете. Дөйөм гигиена табибы, медицина профилактикаһы кабинеты мөдире.
– Районда бик йылы ҡаршы алдылар. “Ауыл табибы” программаһы буйынса бирелергә тейешле бер миллион һумдан тыш, ете кеше 100 мең һум күләмендәге ярҙам да алды. Һәр табип торлаҡ, йорт төҙөү мәсьәләһен ыңғай хәл итте, беҙгә дәртләнеп эшләргә генә ҡала, – ти терапевт Айгөл Абдуллина.
Йәштәр һәр береһе торлаҡлы булыуына һәм һәйбәт эш шарттарына һөйөнһә, баш табип күптән көткән белгестәрҙең килеүенә шатлана. Районда 27 меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 6 меңе – балалар. Бына ошо тиклем халыҡты яҡшы дауаларға, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Өлкән йәштәгеләр өсөн стационарҙа 45 урын бар. Көндөҙгө стационарҙа ла байтаҡ кеше сәләмәтлеген нығыта.
Дауахананың баш табибы Илдар Атанғолов дауалау сифатын яҡшыртыу йәһәтенән бөтә мөмкинлектәрҙе файҙалана. Илдар Ғәлимйән улы Стәрлебаш районының Мортаза ауылында тыуып үҫкән. 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Благовар районының үҙәк дауаханаһында дауам итә. 1989 йылда Миәкә районының үҙәк дауаханаһында табип-хирург булып эш башлай. Байтаҡ йылдар хирургия мөдире була. Ә инде 1996 йылдан алып ул баш табип вазифаһын башҡара. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, талантлы етәксе коллективын һәр саҡ медицина хеҙмәтенең сифатын яҡшыртырға әйҙәй. Дауахананың заманса ҡорамалдар, белгестәр менән тәьмин ителеше, урындағы хакимиәттең дауалау учреждениеһы хаҡында даими хәстәрлек күреүе Миәкә халҡының сәләмәтлегендә ыңғай сағылыш таба.