Салғы мәле етте14.06.2014
Күпселек райондар буйлап үткән һуңғы ямғырҙар сарсаған баҫыуҙарға "тып-тып" итеп яуҙы ла юҡ та булды. Болот ер өҫтөн сылатып үтте – ҡояш нурҙары ялап та алды, көслө ел елләтергә өлгөрҙө. Шуға баҫыу өҫтө аҙ ғына ваҡыттан һуң тағы гөрләне.


Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн бесән әҙерләү менән 27 районда ныҡлап шөғөлләнәләр. Барлығы 46 мең гектар сабылған да инде. Был планға ҡарата 8 процент ҡына булһа ла, үткән йыл менән сағыштырғанда 23 мең гектарға күберәк. Башлыса ҡар һыуына туйынып ҡалған күп йыллыҡ үләндәр бирешмәй. Бигерәк тә иртә яҙҙан минераль ашлама индерелгәндәре. Сенаж әҙерләү башланды – 50 мең тонна һалынды.
Райондарға килгәндә, Саҡмағошта 3800 гектарҙа бесән сабылған (планға ҡарата 26 процент). Мәләүез (3700 гектар, йәғни 32 процент), Стәрлетамаҡ (2900 – 26), Стәрлебаш (1800 – 22) һәм Күгәрсен (1500 – 21) хужалыҡтары ла һынатмай.
Әле мал аҙығы әҙерләү башланды ғына. Күп йыллыҡ үләндәрҙән тыш, бер йыллыҡтар, тәбиғи болонлоҡтар етерлек. Ең һыҙғанып эшләйһе лә эшләйһе...



Вернуться назад