Республика ҡан биреү станцияһында маҡтаулы донорҙарҙы һәм “Рәсәйҙең почетлы доноры” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды. Сара Донорҙар көнөнә арналды.
Ҡан биреү станцияһының баш табибы Урал Солтанбаев әйтеүенсә, йыл һайын учреждениела 100 мең донор ҡабул ителә һәм Башҡортостан дауаханалары өсөн 44 тоннанан ашыу ҡан әҙерләнә.
Әле Башҡортостанда 10 565 почетлы донор иҫәпләнә. Тантанала Урал Солтанбаев уларҙың сафына баҫҡан 15 кешегә таныҡлыҡ, күкрәккә тағылмалы билдә һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Тантанаға саҡырылғандар араһында йәш быуын вәкилдәре лә байтаҡ ине.
“Рәсәйҙең почетлы доноры” конкурсы бишенсе йыл уҙғарыла. Быйыл еңеүселәр иҫәбенә Башҡортостандан биш кеше инде. Күмертау ҡалаһынан Сергей Мережко, йәмғеһе 41 литр ҡан тапшырып, “Иң ҙур ҡан донацияһы күләме” номинацияһында еңеүгә өлгәште. Өфөнән Марина Мостафина “Иң күп тромбоциттар һаны” номинацияһында алдынғылыҡты бирмәне. Ул 20 литрҙан ашыу ҡан тапшырған. “Ҡан донацияһы һәм уның компоненттарының иң ҙур күләме” номинацияһында Октябрьскийҙан Зиннур Муллайәнов еңеүсе тип танылды. Ул 70 тапҡырҙан ашыу ҡан биргән.