Өфө дәүләт авиация техник университетына Ҡырымдан һәм Севастополдән абитуриенттар өсөн өҫтәмә рәүештә туғыҙ бюджет урыны бирелде.
“Математика һәм компьютер фәне” буйынса уҡырға теләгәндәргә – ике, “Мәғлүмәт системаларының математик тәьминәте һәм уларға идара итеү”гә – биш, “Биотехник системалар һәм технологиялар”, “Транспорт процестары технологиялары” йүнәлештәренә берәр урын тәҡдим ителә. Уҡырға инеү өсөн ҡырымдарға математика менән физиканан (йәки информатиканан) тест рәүешендә ике имтихан тапшырырға тура киләсәк.
Уҡыу йортонда беренсе курсҡа федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә йәмғеһе 2 291 абитуриент ҡабул ителә. Былтырғы менән сағыштырғанда, был 194 кешегә күберәк. Студенттарҙың артыуы Рәсәй иҡтисадын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса бюджет урындары һанын күбәйтеүгә бәйле.