Өлгөлө бала тәрбиәләһәң…14.06.2014
Республикала “Ата-әсә фиҙакәрлеге” тигән миҙал барлыҡҡа киләсәк. Ул спорт, ижад өлкәләрендә, республикабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән, хәрби бурысын үтәгәндә, тыныс тормошта батырлыҡ ҡылғандарҙың атай-әсәйҙәренә тапшырыла. Йәнә тәрбиәгә өс йәки унан күберәк инвалид бала алған ғаиләләргә лә биреләсәк. Республика Хөкүмәте ултырышында Президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов шул хаҡта белдерҙе.


– Беҙҙә бындай наградаға лайыҡ ғаиләләр етерлек. Уларҙың хеҙмәте баһаланырға тейеш, – тине төбәк башлығы.
Атай-әсәй хеҙмәте – иң яуаплы, һәр ваҡыт иғтибар, йөрәк йылыһы, сабырлыҡ, аҡыл талап иткән бурыс. Ғаиләлә ысын, ныҡлы тәрбиә алған баланың йәмғиәт өсөн файҙалы кеше булып үҫеренә шик юҡ. Шуға ла ата-әсәлектең абруйын арттырыу зарур.
Миҙал менән ҡуша йөҙ мең һум тирәһе аҡса ла биреләсәк. Награданы 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, тапшырыу күҙаллана.



Вернуться назад