Эш һөйгәнде ил һөйә14.06.2014
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ун алты кешенең хеҙмәте орден, миҙалдар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, отличие билдәләре менән баһаланды. Улар араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, медицина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сәнғәт, спорт, социаль өлкәләрҙән үҙ эшенең оҫталары бар.
– Барығыҙға ла тырышлығығыҙ, хеҙмәт һөҙөмтәләрен арымай-талмай яҡшыртҡан, коллективтарығыҙға ярҙам иткән өсөн ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙгә һаулыҡ, уңыш, ғаилә именлеге теләйем. Артабан да әлеге кеүек яҡшы эшләрһегеҙ тип ышанам.



Вернуться назад