Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте14.06.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Мәләүез районынан “Трудовик” ауыл хужалығы предприятиеһы шоферы Мәжитов Рәмил Вәкил улы, Саҡмағош районынан “Базы” ауыл хужалығы кооперативы бригадиры Сайдяков Валерий Мефодиевич II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнде;
Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты лабораторияһы мөдире, химия фәндәре докторы, профессор Булгаков Рәмил Ғариф улына, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Органик химия институтының ғилми секретары, химия фәндәре докторы, профессор Вәлиев Фәрит Абдулла улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад