Кисә илебеҙ, республикабыҙ халҡы Рәсәй һәм Баш ҡала көндәрен билдәләне.
Тарихына килгәндә, был байрам илебеҙҙә иң йәштәрҙән иҫәпләнә. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттарының беренсе съезы Рәсәйҙең Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Унда ил Конституцияһы һәм закондарының өҫтөнлөгө иғлан ителә. Ошо үҙаллылыҡ нигеҙендә Рәсәйҙә тәүге Президент һайлана.
Төрлө милләт халҡы төйәк иткән, ҡәрҙәшлектең, берҙәмлектең өлгөһө булған баш ҡалабыҙҙа байрам Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланды.
Байрам артабан Өфө майҙандарында дауам итте. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалынғандан һуң ошо биләмәлә баш ҡала хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Майҙанда шулай уҡ Рәсәй көнөнә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 440 йыл тулыу уңайынан әҙәбиәт байрамы ойошторолдо. Унда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, йәш әҙиптәр ҡатнашып, халыҡ алдында шиғырҙарын уҡыны.
Рәсәй көнөндә дәүләткә һәм хеҙмәткә тоғролоҡ анты биреү айырыуса әһәмиәткә эйә. Өфөләге Дуҫлыҡ монументы янында байрамға арналған тантаналы йыйылыш булды – Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына эшкә 49 яңы хеҙмәткәр ҡабул ителде.
Идаралыҡтың республика буйынса етәксеһе – Баш суд приставы Зариф Байғусҡаров йәш коллегаларын был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, уларҙың намыҫлы хеҙмәт итеренә ышаныс белдерҙе:
– Бөгөн биргән антығыҙға тоғро ҡалып, илебеҙ һәм уның күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡларһығыҙ, көндәлек хеҙмәтегеҙ менән Ватаныбыҙ ҡеүәтен тағы ла арттырырһығыҙ тип ышанам.
Тантаналы сарала Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең республикалағы баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгин да ҡатнашты. Улар йәш хеҙмәткәрҙәргә уңыштар, яңы үрҙәр теләне.
Был көндә шулай уҡ 69 иң яҡшы хеҙмәткәргә ведомство наградалары – Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, миҙалдар – тапшырылды.
Баш ҡалабыҙҙа шулай уҡ “Зорге-фитнес” күп функциялы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды, Октябрь проспектында баш ҡаланың янғын һағы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында тантаналы парад булды. Спорт һарайы алдындағы майҙанда иһә ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Унда ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы предприятиелары ҡатнашты. 70-тән ашыу сауҙа нөктәһе баш ҡала халҡына ит, йәшелсә, картуф, бал, икмәк һәм һөт ризыҡтары тәҡдим итте.
Республика рус академия драма театры янында иһә “Ҡалам – ғорурлығым” тигән театрлаштырылған тамаша, биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе ойошторолдо, балалар коллективтары сығыш яһаны. Байрам кискеһен ошо уҡ майҙанда ҙур концерт һәм фейерверк менән тамамланды.