Бар өмөтөбөҙ — гәзиттә13.06.2014
Беҙҙә почта ифрат насар эшләй. Мәҫәлән, 20 майҙа сыҡҡан «Башҡортостан» гәзитен бөгөн – 29-ында – саҡ килтерҙеләр. Ваҡытында алмағас, артабан гәзиткә нисек яҙылмаҡ кәрәк?! Үҙебеҙҙә сыҡҡан баҫма ла күп ваҡыт һуңлап килә. Берәй ҡасан тәртип булырмы икән матбуғатты таратыу өлкәһендә?
Ф. Байышев.
Сибай ҡалаһы.
Шамонин ауылында башҡорттар бик күп йәшәй, әммә әлегәсә башҡорт балалар баҡсаһы юҡ. Булғанында башҡорт төркөмөн асырға уйламайҙар ҙа. Тиҙҙән төҙөлөп бөтәсәк өр-яңы балалар учреждениеһының башҡорт баҡсаһы булыуын теләй ауыл халҡы. Район һәм республика етәкселеге был үтенескә ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.
Ауыл халҡы
исеменән —
Ә. Мөхөтдинов,
Х. Сәлихова һ.б.
Өфө районы.
“Аҙна” гәзите бер айҙан ашыу килмәй. Яҙылғанбыҙ.
Тәлғәт Ишемғолов.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Алайғыр ауылы.
Йыш ҡына үҙ ауылыбыҙҙағы китапханаға кереп, төрлө китап, журнал һәм гәзиттәр менән танышып, кәрәк икән, өйгә алып ҡайтып уҡырға ғәҙәтләнгәнмен. Тик унда, ни өсөндөр, башҡорт баҫмаларының бик әҙлеге, ә ҡайһы берҙәренең бөтөнләй булмауы эсте бошора.
Өфө районы хакимиәте мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары өсөн гәзит-журнал яҙҙыртырға аҡса бүлмәй, тип зарланғандар менән килешмәйем. Минеңсә, хакимиәттә ошо мөһим эшкә аяҡ салыусы бар. Клубтарҙа, китапханаларҙа, мәктәптәрҙә генә түгел, һәр ауыл хакимиәтендә булырға тейеш ул «Башҡортостан» гәзите лә, бүтән баҫмалар ҙа.
Ә. Хөсәйенов.
Өфө районы,
Дмитриевка ауылы.