Мәскәүҙә, илебеҙҙең заманса тарихы музейында, «Йылдың иң яҡшы китаптары» XXIII Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
«Классик художество әҙәбиәтенең иң яҡшы баҫмаһы» номинацияһында «Урал батыр» еңеүсе булды. Был китап 2013 йылда башҡорт, урыҫ, инглиз һәм француз телдәрендә баҫылған. Бынан тыш, «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китап» номинацияһында Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының дипломы менән Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәре билдәләнде.
— «Йылдың иң яҡшы китабы» — Рәсәйҙәге профессиональ китап нәшер итеүселәрҙең төп конкурсы. Беренсе тапҡыр ике диплом алдыҡ, ул беҙ сығарған продукцияның юғары кимәле тураһында һөйләй, — тип билдәләне «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.
Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының мәғлүмәттәре буйынса, миҙгел конкурсында Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 170, шулай уҡ сит илдәрҙең урыҫ телле нәшриәттәре ҡатнашты. Жюри ҡарамағына 548 баҫма тәҡдим ителгәйне.
Китаптарҙы баһалауға Мәскәү дәүләт матбуғат, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеттары, Рәсәй дәүләт китапханаһы, Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы, «Книжное обозрение» аҙналығы эксперттары, шулай уҡ конкурсты үткәреүсе ойошмалар вәкилдәре йәлеп ителде. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә һәр баҫманың йөкмәткеһе һәм әһәмиәте, һүрәттәр кимәле, дизайн үҙенсәлеге иҫәпкә алынды.