Республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналған тантанала ҡатнашты. Табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы ҡотлау сараһы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте.
– Бөгөн республикалағы медицина учреждениеларында 100 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 17 мең табип эшләй. Һәр берегеҙ – үҙ эшенең оҫтаһы, алмаштырғыһыҙ белгес. Йыш ҡына ҡатмарлы шарттарҙа эшләйһегеҙ, сетерекле хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итәһегеҙ, кәрәкле һүҙҙәр табып, кешеләрҙең ауыртыу-һыҙланыуҙарын баҫырға тырышаһығыҙ. Яуаплы хеҙмәтегеҙ юғары оҫталыҡ, күп көс, күңел йомартлығы талап итә. Дауалауҙың һөҙөмтәһе дарыуҙарға, юғары технологиялы ҡорамалдарға ғына түгел, иң элек кешелеклелеккә, ихлас мөнәсәбәткә бәйле. Эшегеҙ ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Рөстәм Хәмитов, медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау системаһы тотороҡло эшләй. Халыҡтың һаулығын нығытыуҙың әһәмиәтен иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа дәүләт етәкселеге медицина тармағына ҙур иғтибар бирә. Демографик хәл буйынса республика ыңғай күрһәткестәргә эйә, алтынсы йыл инде халыҡ һанының артыуы, үлем кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә. Былтыр Башҡортостанда 60 меңгә яҡын сабый донъяға килгән.
Рөстәм Хәмитов Өфөлә өр-яңы заманса перинаталь үҙәк төҙөүҙең әһәмиәтен билдәләне. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан – 1,5 миллиард, республика бюджетынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Объектты 2017 йылда сафҡа индереү күҙаллана.
Төбәк етәксеһе медицина йәмәғәтселегенең иғтибарын халыҡ араһында психик сирҙәрҙең, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтарының артыуына йүнәлтте. Невроздарҙы дауалау өсөн 2011 йылда баш ҡалала Республика клиник психотерапия үҙәге асылды. Ләкин ул әле белгестәргә ҡытлыҡ кисерә.
Тантанала төбәк башлығы наградалар ҙа тапшырҙы. Туғыҙ табипҡа – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы”, ун шәфҡәт туташы һәм фельдшерға “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.