Татыу булғанда байрамдар ҙа күркәм13.06.2014
Татыу булғанда байрамдар ҙа күркәм
Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй һәм Ҡала көндәрен билдәләү уңайынан тантаналы саралар үтте. Йола буйынса, Башҡортостан менән Рәсәй халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты сағылдырған иҫтәлекле урынға – Дуҫлыҡ монументына – сәскә һалынды.


Сарала Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, республиканың һәм баш ҡаланың власть органдары етәкселәре, башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Сәскә гөлләмәһе һалынғандан һуң, Рәсәйҙең, Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғыраны.
Артабан тантаналар Өфөнөң төрлө майҙандарында, ял парктарында дауам итте. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары был аяҙ, матур көндә рәхәтләнәнеп күңел асты.


Вернуться назад