Һабантуйҙар парадын йәнә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты башлап ебәрҙе. Уҡыуҙағы уңыштары, йәмәғәт тормошондағы матур эштәре менән дан алған белем усағы янында студенттарға һәйкәл асылды. Уның авторы – билдәле рәссам Илдар Шәйәхмәтов. Шул һәйкәлде төҙөүҙә ярҙам иткән “Урал” һәм “Урал аръяғы” мәрхәмәтлек фондтарына ҙур рәхмәтле Сибай институты етәкселеге.
Көньяҡ Урал өсөн йәш белгестәр әҙерләүҙә тос уңыштарға өлгәшкән Сибай институты был көндә йәнә бер тапҡыр үҙенең илһөйәрлек һәм телһөйәр-лек тәрбиәләүсе, милли рух уятыусы, халҡыбыҙҙың тарихына битараф булмаған уҡыу йорто икәнлеген иҫбатланы. Йолаларҙы онотмай, уларға тоғро ҡалған, быуындар сылбырын өҙмәй, ата-баба аманатын бар тулылығында йәштәргә тапшырыуҙа ғәйәт ҙур эш башҡарған белем йорто тарафынан үткәрелгән һабантуй был юлы ете ырыу тарихына арналды. Һәр факультет тирмә ҡороп, айырым бер ырыуҙың тарихын барланы, йолаларын күрһәтте, йыр-моңон, бейеүҙәрен башҡарҙы, аш-һыуын, ҡул эштәрен, кәсеп-шөғөлөн сағылдырған әйберҙәрҙән күргәҙмә әҙерләне.
Студенттар байрамында ла һәр кем көсөн, талантын күрһәтте. Шулай ҙа милли байрамдың бер шартына әйләнгән иң-иңдәрҙе тәбрикләү, алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы сараның иң күркәм өлөшө булғандыр. Уҡыу алдынғылары, спорт ярыштарында еңеүселәр, олимпиада, төрлө конкурс, йыйындарҙа приз яулаусылар, ижади бәйгеләрҙә сығыш яһаусылар Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың ҡулынан маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай уҡ “Иң яҡшы төркөм кураторы”, “Иң яҡшы уҡытыусы”, “Иң яҡшы декан”, “Иң яҡшы студент” һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде.
Был юлы һабантуйға республиканың төрлө юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, күрше Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, ҡаланың, предприятие һәм учреждение етәкселәре саҡырылғайны. Уларҙың барыһы ла Сибай институты йолаға әүерелдергән студенттар һабантуйына һоҡланыуын белдерҙе һәм был сараның йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.