Иҫкә алып, рухын яҡтыртайыҡ13.06.2014
— Мәрхүм булған мосолмандың 51 көнөн уҙғарырға кәрәкме, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

С. МИҢЛЕБАЕВА.

Баймаҡ районы.

Иҫкә алып, рухын яҡтыртайыҡ Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт
НИҒМӘТУЛЛИН:


— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Исламда, әл-хәмдү лил-ләһ, ата-әсә, туғандар, нәҫел хаҡы юғары урынға ҡуйылған. Уларға фани донъяла ҙур хөрмәт, ихтирам күрһәтергә, ҡәҙерен белергә тейеш булһаҡ, ахирәткә күскәндәрҙе лә һәр саҡ иҫкә алып торорға, рухына тап төшөрмәҫкә бурыслыбыҙ. “Эй, Раббым, үҙемдең, атай-әсәйемдең, яҡындарымдың гонаһтарын кисерһәң ине”, тип доға ҡылыуыбыҙҙа Исламдың бөйөк хикмәте һәм тәрбиәһе ята.
Ата-әсәгә айырым туҡталғанда, улар беҙгә ғүмер бүләк иткән, төн йоҡоларын бүлеп бәүеткән, иман, тәүфиҡ, бәхет теләп, һөйөп үҫтергән, аң-зиһен биргән. Ошолай күңел көсөн йәлләмәй сарыф иткән яҡындарыбыҙ, өлкәнәйгәс, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә, баҡыйлыҡҡа күскәс, хәйер-доғала булырға тейеш. Атай-әсәйебеҙҙән тыш, олатай-өләсәйҙәребеҙ бар – нәҫел ебе шулай дауам итә. Халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы ете быуыныбыҙҙы белеү мөһим. Олатай-өләсәйҙәрҙең рухына бағышлап хәйер таратыу, уларға аят уҡытыу Исламда юғары баһалана.
Динебеҙҙә кешене ахирәткә оҙатыуға, артабан да иҫкә алып тороуға ҙур урын бирелгән. Әл-хәмдү лил-ләһ, беҙҙә был ғөрөф-ғәҙәт күркәм килеш һаҡлана. Күреп-белеүебеҙсә, ауылда берәйһе баҡый донъяға күсте икән, уны һуңғы юлға оҙатырға бөтөн халыҡ йыйыла, ҡайғы уртаҡлаша. Был – Исламдың бөйөк тәрбиәһе. “Ҡөрьән” бойороуынса, мәрхүмдең ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмау, уға ярҙам итеү зарур. Әл-хәмдү лил-ләһ, динебеҙҙең был ҡануны ла мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең күңеленә тәрән һеңдерелгән, изге йола артабан да теүәл һаҡланһын, иншаллаһ.
Йәмғиәттә кешенең баҡыйлыҡҡа күсеүенең өс, ете, ҡырҡ көнөн, йыллығын билдәләү йолаһы бар. Уларҙа, мәғлүм булыуынса, аят уҡытыла, мәрхүм хөрмәтләп иҫкә алына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек теләнә, күңелдәргә артабан йәшәүгә өмөт-ышаныс һалына. Баҡыйлыҡҡа күскән әҙәм балаһының барлыҡ күркәм сифаттары йылылыҡ менән иҫкә алынырға тейеш. Был, әлбиттә, уның туғандарының, яҡындарының ҡара ҡайғыға һабышҡан күңелен ниндәйҙер кимәлдә күтәреп ебәрә, мәрхүмдең рухын яҡтырта.
“Баҡыйлыҡҡа күскәнгә 51 көн тулыуҙы үткәрергә кәрәкме?” – тип һораған ҡәрҙәшебеҙ. Бындай йола башҡа диндәрҙә бар. Әгәр ҙә ул Исламға зарар килтермәй икән, шәриғәттең бер өлөшө булып китәсәк. Ғөмүмән, алда әйтеп үткәнемсә, мәрхүмдәрҙе һәр саҡ иҫкә алып тороу мөһим, тимәк, 51-се көндө билдәләүҙең дә хилафлығы юҡ – теләгән кеше үткәрһен.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә фани донъяла бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе лә хөрмәттән айырмаҫҡа насип итһен. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад