Һин ҡатыныңа бүләкме?21.01.2012
Һин ҡатыныңа  бүләкме?Ир-ат өсөн тест
Хөрмәтле ир-егеттәр! Үҙегеҙгә күҙ һалғығыҙ, ҡатынығыҙға һеҙҙең менән йәшәүе нисек икәнен белгегеҙ киләме? Әйҙәгеҙ, түбәндәге тесты үтеп ҡарайыҡ. Һәр ыңғай яуапҡа ике балл ҡуйыла.
1. Ял көндәрендә ҡатыныңды аш-һыу бүлмәһендә алмаштыра алаһыңмы?
2. Иртәнге ашты әҙерләгәнең бармы?
3. Ҡатыныңа өйгә аҙыҡ-түлек алырға ярҙам итәһеңме?
4. Барлыҡ ғаилә ағзаларының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерәһеңме?
5. Ҡатын-ҡыҙ иңендәге кер йыуыу, йыйыштырыу кеүек эштәрҙе теләп башҡараһыңмы?
6. Өй мәшәҡәттәрен еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техникағыҙ етерлекме?
7. Йортоғоҙҙа лампочка янмаһа, уны гел һин алмаштыраһыңмы?
8. Ҡатыныңды матурлыҡ салонына ебәреп, үҙең аш-һыу әҙерләргә ҡалған осраҡтар булдымы?
9. Ул эштән һуң ҡайтһа, асыуланаһыңмы?
10. Хәләл ефетеңә матур һүҙҙәрҙе йыш әйтәһеңме?

16 — 20 балл. Ҡатының — бәхетле кеше. Ул үҙен ожмахта йәшәгәндәй тоя. Һине аш-һыу әҙерләү бер ҙә ялҡытмай, өйҙө лә һә тигәнсе йыйыштырып ҡуяһың, һөйөклөңдөң ҡулына сүп-сар биҙрәһен тоттороу башыңа ла килмәй. Ҡатыныңды кинәндереүҙән ҡыуаныс алып йәшәйһең.
8 — 14 балл. Өй эштәрен алып барырға теләк белдереүең шикле. Шулай ҙа ҡатының һораһа... Һөйөклөң өсөн ниҙәр генә эшләмәҫһең!
0 — 6 балл. Иҙән йыуырға, ашарға бешерергә? Юҡ, был һинең эшең түгел! Аҡсаны күпләп алып ҡайтаһың, башҡаһы — ҡатының иңендә. Хатта уның тыуған көнө, 8 Март байрамында ла ошо ҡағиҙә һаҡлана. Бындай йәшәү рәүешен, эш айырып ҡарауҙы тиҙ арала үҙгәртергә кәңәш итәбеҙ. Ихлас хәстәрлектән һөйөүегеҙ нығыныр, ҡатынығыҙҙың йөҙөнә нур, бәхет, наҙ ҡуныр.
Ғаиләгеҙҙә уңыштар, мөхәббәт юлдаш булһын, хөрмәтле ир-егеттәр!


Вернуться назад