Нәсихәттәр13.06.2014
Бер-береңә ышанырға кәрәк

Әҙәм балалары дуҫлыҡҡа мохтажлыҡ кисереп йәшәй, бер-береһендә таяныс таба. “Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.


Күркәм холоҡ, киң күңеллелек – әҙәм балаһындағы иң матур сифаттар. Бәхеттең нигеҙендә лә тап ошо һыҙаттар ята.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ғәжәп илгәҙәк кеше булған, сәхәбәләре менән һәр ваҡыт бергә булырға тырышҡан. “Тупаҫлыҡ – золом, ундай һыҙатҡа эйә кешеләр – иң яуызы”, – тигән ул.
Ислам дине бер-береңә ышанырға, ҡәрҙәштәрҙән тик изгелек көтөргә, әйтелгән һүҙҙәрҙән насарлыҡ эҙләмәҫкә, тик яҡшы яҡтарҙы күрергә өйрәтә. Бындай күркәм һыҙаттар гонаһҡа батып бөткәндәрҙе лә бәләнән ҡотҡарып алып ҡала.
“Урынлы-урынһыҙ шикләнеп йөрөүҙән ситтә бул, – тип өйрәткән Ғәли хәҙрәт. – Ул сәләмәт кешене лә ауырыуға һабыштыра, бер ҡатлыларҙың күңелендә шик уята”.
Ғөмүмән, Ислам – дуҫлыҡ һәм ҡәрҙәшлек дине. Был күркәм бәйләнештәрҙе даими нығытып тороу зарур.



Уттың ҡабыныуынан һаҡлан

“Асыу – ул ут, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул бөтә күңелде ҡармап алыусан. Көл аҫтында быҫҡып ятҡан осҡон кеүек – тәкәбберҙәрҙә ҡабынып китергә генә тора”.


Асыуға юл биргән әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләнең бойороғона ҡаршы төшкән иблискә оҡшап китә.
– Кешенең тәнендә утҡа оҡшаш кескәй генә бер ит киҫәге бар, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ул яҡшы булһа, барлыҡ тән таҙара, ә инде насар икән, киреһенсә, бысрай. Ул ит киҫәге – йөрәк. Күрә алмаусанлыҡ, көнсөллөк, асыу Аллаһ ҡолдарын һәләкәткә алып бара. Бәләнең ҡайҙа йәшеренеп ятҡанын һиҙеп, һаҡланып ҡалырға тырышып, эстә ҡабынып китергә әҙер торған уттан баш тарта белергә, уны күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк”.
Пәйғәмбәребеҙ асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡалғандарҙы иң көслөләр тип атаған. Мосолман урынлы-урынһыҙ ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ғәфү итә, наҙандарға ҡарата түбәнселекле була.


Вернуться назад