Мәктәптән һуң үҫмерҙәр лицей йәки училищеларға түгел, ә тура юғары уҡыу йорттарына юл тотҡан заманда, эшсе һөнәренә өйрәтеүселәр, дөрөҫөн әйткәндә, ситтә ҡала.
Өфөләге 63-сө һөнәрселек училищеһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Марсель Солтанов менән осрашҡас, киләсәктә хеҙмәт баҙарының ситтән килгән эшселәр түгел, ә үҙебеҙҙә әҙерләнгәндәре менән тулыланасағына бер ни ҡәҙәр ышаныс тыуҙы.
Марсель Ғафур улы Волга буйы федераль округының ике тиҫтәнән ашыу кешенән торған делегацияһы составында Европа илдәренең бер нисәһендә булып ҡайтты. Уға мөрәжәғәт итеп, һөнәри белем биреү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләүен һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.
— Марсель Ғафур улы, сәфәрегеҙ уңышлы булдымы?
— Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр бит. Ҡыҙыҡһындырған байтаҡ мәсьәләләргә яуап таптыҡ. Хәҙер үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап йәшәү мөмкин түгел, донъя иҫ киткес юғары тиҙлектә үҙгәрә. Шуға ла заманға ярашлы белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттарына талап ифрат ҙур. Беларусь, Польша, Германия һәм Швейцария илдәрендә булып, уҡытыу системаһы менән таныштыҡ, эшселәр әҙерләү тәжрибәһен өйрәндек. Баҙар иҡтисады шарттарында беҙгә лә квалификацияны даими камиллаштырыу мотлаҡ бит.
— Сит илдәрҙә үҫмерҙәрҙең эшсе һөнәрен һайлауына нисек өлгәшәләр һуң?
— Иң элек Беларусь Республикаһында булдыҡ. Унда Совет осорондағы хеҙмәт резервы һаҡланып килгән. Йүнәлтмә буйынса башланғыс һөнәри уҡыу йортон тамамлағандар — бер, юғары белемлеләре ике йыл эшләргә тейеш. Минск урамдарында эшкә һәләтле йәштәгеләр күренмәне лә тиерлек, хеҙмәт баҙарында мәшғүлдәрҙер, тип уйлайым.
Белорустарҙа ошо мәсьәләгә етди ҡарауҙары һөнәри белем биреүҙе үҫтереү институтының булыуында ла асыҡ күренә кеүек. Беҙҙә ул юҡ, бер бүлек кенә ойошторолған. Икенсенән, Европа илдәренә яҡын булғас, уларҙың өлгөһөнә эйәрәләр. Эшселәрҙе ҡатмарлы программалар һәм роботтар менән оҫта эш итергә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирелә.
— Уҡыуға алыу тәртибе нисегерәк? Имтихан йәки тест ҡаралғанмы?
— Беҙ барғас, Президент Лукашенко, министрҙарҙы йыйып, тесҡа ҡағылышлы кәңәшмә ойошторҙо. Уны мәктәптән һуң үҫмерҙең ҡайҙа уҡырға барыуына, ниндәй һөнәр эйәһе булырға теләүенә ҡарап билдәләргә ҡушты, йәғни һәр уҡыусыға шәхсән иғтибар кәрәк тиелде.
Польша, Франция, Германия һәм Швейцарияла ла колледждар, лицейҙар бар. Уҡыусы йәштәр заманса станоктарҙа һәм ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнә. Польшала ауыл хужалығы кооперативтары ҙур түгел, шуға ла шәхси эшҡыуарҙарға ниндәй төр эшселәр талап ителеүе өйрәнелеп, аныҡ һөнәр эйәләре әҙерләнә.
Иң мөһиме шул: был илдәрҙә мәктәптә үк һөнәр һайлауға йүнәлеш яҡшы бирелә. Швейцарияла ла, Германияла ла предприятие менән уҡытыу-технология үҙәктәре тығыҙ бәйләнештә. "Быйыл күпме аҡса бүлерҙәр икән?" тип фаразлап йәки көтөп ултыраһы түгел, сөнки финанслауҙа предприятиелар үҙҙәре ҡатнаша.
Швейцариялағы уҡытыу-технология үҙәгендә булдыҡ. Уларҙа ла, Германиялағы кеүек үк, заводтар уҡырға ебәрә. Мәҫәлән, сығымдың 60 процентын предприятие үҙ өҫтөнә алһа, 30 процентын кантон ҡаплай, 10 процентын община түләй. Шулай итеп, эшсе әҙерләү өс сығанаҡтан финанслана.
Уҡытыу беҙҙәгенән бер аҙ айырыла, күп ваҡыттарын партала ултырып уҙғармайҙар. Мәктәптә саҡта уҡ предприятиеларҙа практика үтеп йөрөйҙәр. Кантондағы социаль яҡлау һәм эшкә урынлаштырыу үҙәктәре аша атҡарыла ул. VIII–IХ класта ике аҙна булып, предприятие менән яҡындан танышалар. Шуға ла мәктәптән һуң барасаҡ урынын, ниндәй эш икәнлеген алдан белеп торалар.
— Һөнәр һайлау еңел түгел. 15-16 йәшлек үҫмерҙәр өсөн бигерәк тә. Хеҙмәт урыны практика ваҡытында оҡшаһа ла, һуңынан эшкә унда барғылары килмәүе лә ихтимал бит әле...
— Профессиональ йүнәлеш биреүгә етди ҡарайҙар, тип әйтеп үткәйнем инде. Үҫмерҙәр менән психологтар ҙа, табиптар ҙа әүҙем эш алып бара. Һаулығың буйынса ла шул һөнәр һиңә һәйбәт буласаҡ, тип ышандыралар. Ныҡлап шөғөлләнгәс, һөҙөмтәгә өлгәшәләр инде.
— Оҫталыҡ буйынса Рәсәй эшселәре ҡалышамы?
— Хәҙер беҙҙең һөнәрмәндәр ҙә ил күләмендәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Әммә беренселекте, нигеҙҙә, Америка йәки Германияныҡылар яулай. Әлегә эшселәребеҙ нормативтарға өлгөрә алмай. Беренсенән, был улар ҡулланған ҡорамалдарға бәйле, икенсенән, оҫталыҡ етеңкерәмәй. Бының сәбәбе бар, әлбиттә. Беҙҙә, мәҫәлән, автомеханик әҙерләнә икән, ул техниканы биш бармағындай белергә тейеш тип ҡарала. Ә уларҙа автомобилде өлөшләп өйрәтәләр, йәғни йә мотор, йә тәгәрмәс буйынса белгес. Балта оҫталары хаҡында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Беҙҙә улар йорттоң ҡыйығын да яба, тәҙрә-ишеген дә ҡуя, башҡаһын да эшләй белә. Ә сит илдәрҙә һәр ҡайһыһын айырым эшсе атҡара. Уҡыу ваҡытын ҡыҫҡараҡ итеп, тар квалификациялы белгес әҙерләйҙәр.
— Рәсәйҙә ҡайһы бер һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ, икенселәре, киреһенсә, хеҙмәт баҙарында урын таба алмай. Сит илдәрҙә ошо мәсьәлә нисек көйләнә икән?
— Мин булған илдәрҙә биш–ун, хатта ике тиҫтә йылдан һуң ниндәй төр эшселәр кәрәк буласағын, ҡайһыларына ихтыяж тыуасағын беләләр, сөнки мониторинг үткәрелеп торола. Юғары квалификациялы һөнәрмән әҙерләү өсөн матди-техник базалары ныҡ. Мәҫәлән, 33 төр һөнәр буйынса уҡыталар икән, шул тиклем үк оҫтаханалары бар. Бынан тыш, беҙҙәге һымаҡ мәктәптән һуң барыһы ла университеттарға юл тотмай. Сығарылыш уҡыусыларының Швейцарияла — 8, Германияла 12-18 проценты ғына юғары уҡыу йорттарына бара. Ә беҙҙә 90 процент тип мәғлүмәт бирәләр.
Яңы эш башлаған йәштәрҙең эш хаҡы тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙекенән артыҡ айырылмай. Беҙҙең аҡсаға күсергәндә, 15-20 мең һум самаһы алалар. Дөйөм ятаҡтан урын бирелә, бушлай туҡланалар.
— Марсель Ғафур улы, хәҙер һеҙҙең уҡыу йортона күсәйек. Ниндәй һөнәр эйәләре әҙерләйһегеҙ?
— Сағыштырып ҡарағас, беҙҙә лә башланғыс һөнәри белем биреү тармағы һис тә ҡайтыш түгел, тигән фекергә килдем.
Предприятиеларыбыҙ уҡытыу процесына нығыраҡ ҡушылһа, бигерәк тә һәйбәт булыр ине. Тик әлегә улар быға әҙер түгел. Улар үҙ өлөштәрен нығыраҡ индерһә, юғары кимәлле белгестәр әҙерләй алыр инек, моғайын. Совет осоронда әҙерләнгән токарҙар йәки фрезлаусылар бөтөп бара. Етмәһә, хәҙер юғары квалификацияға эйә булғандары талап ителә.
Үҙебеҙгә килгәндә, үҙгәреш көтөүебеҙҙе әйтеп үтәйем. Яңы уҡыу йылынан башланғыс һөнәри белем биреүҙән урта һөнәри белем биреүгә күсмәксебеҙ. Хәҙер күп урындарҙа урта профессиональ белемлеләр талап ителә. IХ кластан һуң бер йыл уҡып ҡына һөнәрҙе төплө үҙләштереп өлгөрөп булмай. Ә робот техникаһы һәм программалар көндән-көн тигәндәй ҡатмарлаша. Миҫал өсөн янғын йәки һаҡ сигналдарын ғына алайыҡ. Сит илдәрҙә етештерелгән автомобилдәр ҙә арта, уларҙы ла йүнәтә, хеҙмәтләндерә белеү кәрәк.
Урта профессиональ белем биреү колледжы статусына эйә буласаҡбыҙ. Был иһә эшсе һөнәренә эйә булыусыларҙы заман талаптарына ярашлы әҙерләргә мөмкинлек бирер, тип өмөтләнәбеҙ. Өр-яңы ҡорамалдарҙа өйрәтеп, заводтар менән берлектә 5-6-сы разрядлы һөнәрмәндәр әҙерләргә бурыслыбыҙ. Матди-техник хәлебеҙ насар түгел, электрон китаптар һәм компьютерҙар менән йыһазландырылған кластар бар. Заводтарҙағы оҫтаханаларҙа ла теорияны өйрәнеү өсөн кластар булдырҙыҡ.
— Һеҙҙә һөнәр алып сыҡҡандарҙың күпмеһе эш таба?
— 70 проценттан ашыуы. Был мәғлүмәткә армияға киткәндәр, декрет ялындағылар инмәй әле. Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ, нигеҙҙә, тәүге практика үткән урында ҡалыусан. Беҙҙә лә сит илдәге һымаҡ система тип әйтергә мөмкин, йәғни предприятиелар менән эшләйбеҙ. Был – отошло алым, һөнәрмәндәр әҙерләүҙе күпкә еңелләштерә.
— Йәштәр эшкә теләп барамы һуң?
— Етемдәргә һәм ауыр хәлдәге ғаи-ләләрҙә тәрбиәләнгәндәренә үҙҙәрен тәьмин итергә кәрәк бит. Шуға улар теләп ҡала. Хәҙер йәштәрҙе дәртләндереү саралары ла ҡулланыла. Мәҫәлән, практика үткәндә нормаһын үтәһә, яҡшы уҡыһа, тәртибе насар булмаһа, завод 2500 һум күләмендә стипендия түләй. Бынан тыш, 7-8 мең һум самаһы эш хаҡы алалар. Минималь эш хаҡы ла түләмәһәгеҙ, уларҙы үҙегеҙгә йәлеп итә алмайһығыҙ, тип предприятие етәкселәренең иҫтәренә төшөрөп торам. Уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре йәйге ялдарында ваҡытлыса эшкә урынлаша.
Станокта эшләүселәр, слесарҙар, электр монтерҙары, электроника операторҙары, иҫәпләү машиналары, автомеханиктар, ашнаҡсы-кондитерҙар һәм һатыусы-контролерҙар әҙерләйбеҙ.
Күреүегеҙсә, барыһы ла – ихтыяж ҙур булған белгестәр. Уларҙы теләп саҡыралар.
— Һеҙҙең училище ҡыҙҙары сәк-сәк бешереү оҫтаһы булараҡ та дан ҡаҙанды түгелме һуң әле?
— Эйе, 63,2 килограмлыҡ сәк-сәк әҙерләп, 2011 йылда Рәсәйҙең "Гиннесс рекордтары" китабына индек. Ниндәй оҫталар әҙерләүебеҙҙе ошо миҫал да раҫлай торғандыр.
— Урта профессиональ белем биреүгә күскәс, ниндәй үҙгәрештәр көтәһегеҙ?
— Һуңғы осорҙа 2,5 йыл уҡыттыҡ, хәҙер йәнә өс йыл белем биреүгә күсәбеҙ.
— Һеҙҙә насар ишеткән үҫмерҙәр йәки һаңғырауҙар ҙа уҡый. Улар ниндәй һөнәргә эйә була? Ауырлыҡтар тыуамы?
— Эйе, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән киләләр. Тап шундай 47 үҫмер ашнаҡсы һәм токарь һөнәрҙәрен үҙләштерә. Сурдопедагог Ольга Гамайорова уҡытыусы ла, әсәләре лә инде уларҙың — шул ҡәҙәр күңелен һалып шөғөлләнә. Һәр береһенә ноутбук бирҙек, уҡыу шарттары һәйбәт. Араларында спорт менән етди шөғөлләнгәндәр күп. Әле училищела 431 үҫмер белем ала, быйыл хеҙмәт баҙарына 296 белгес оҙаттыҡ.
— Марсель Ғафур улы, һеҙгә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ. Тағы ла грант яулап һөйөнөргә һәм ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға яҙһын!
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА әңгәмәләште.