Р. Х. Насиров13.06.2014
Р. Х. Насиров Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе: танылған яҙыусы, публицист, тарихсы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Учалы районының почетлы гражданы Рәүеф Хәй улы Насиров 79-сы йәшендә вафат булды.
Р. Х. Насиров 1935 йылдың 15 ноябрендә Учалы районының Ҡужай ауылында тыуған. Ошондағы ете йыллыҡ, унан һуң Науруздағы урта мәктәпте тамамлай, армияла хеҙмәт итә, производствола эшләй.
1960 йылдан Рәүеф Хәй улы гәзит һәм журнал редакцияларында эшләй: Учалы районының "Ураҡ һәм Сүкеш" гәзитендә мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррир, "Совет Башҡортостаны" республика гәзитендә пропаганда бүлеге мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары була. "Ватандаш" һәм "Ағиҙел" журналдарында эшләгән осорҙа уның проза һәм публицистика жанрындағы таланты айырыуса ныҡ асыла.
Рәүеф Насиров – 18-ҙән ашыу китап авторы. Улар араһында "Руда һәм кешеләр", "Урал бөркөттәре", "Атай төбәге" кеүек китаптары киң билдәле. Журналист-тикшеренеүсе булараҡ ул Башҡортостан тарихының билдәһеҙ биттәрен асыуға, башҡорт халҡының Мифтахетдин Аҡмулла, Зәйнулла Рәсүлев, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Хафиз Ҡушаев кеүек мәшһүр шәхестәренең биографияларын тергеҙеүгә күп көс һала. Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың, йәғни Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған Шакирйән Мөхәмәтйәновтың, ысын биографияһын асыҡлау уның тикшеренеү эшендә ҙур һөҙөмтә булды.
Башҡортостан әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ тикшеренеү эшмәкәрлеге өсөн Рәүеф Насировҡа "БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" һәм "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Ул – Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.
Талантлы яҙыусы һәм журналист, һоҡланғыс кеше Рәүеф Хәй улы Насиров хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.


Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, С.А. МОЛЧАНОВ, Р.С. НОҒОМАНОВ, Л.С. ҒҮМӘРОВА, И.А. ТАЖЕТДИНОВ, С.Т. СӘҒИТОВ, Б.Н. МЕЛКОЕДОВ, И.И. ЯЛАЛОВ, Ә.И. ШАФИҠОВА, Ә.С. ҒАЯЗОВ, Ф.Ф. ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ, Н.Ә. ҒӘЙЕТБАЕВ, Р.Т. БИКБАЕВ, Н.Б. СӘЛИМОВ, Ф.К. ФӘТХЕТДИНОВ, А.Х. ДӘҮЛӘТБӘКОВ, Ю.А. ГОРЮХИН, Н.С. МУСИН, Р.В. ПАЛЬ, Ғ.Б. ХӨСӘЙЕНОВ, М.А. ЧВАНОВ.


Вернуться назад