Өс ҡатынды ҡунаҡҡа саҡырҙым. Үҙем кеүек яңғыҙаҡ әхирәттәрем бик ихлас, дәррәү йыйылғас, кәйефем бермә-бер күтәрелде. Донъя хәлдәре тураһында һәүетемсә генә һөйләшеп ултырабыҙ.
— Бер йылдан, Хоҙай ҡушһа, өсөгөҙгә лә алтын сылбыр таратырмын, — тинем шул саҡ.
Хужабикә урынында ғына ултырмай бит инде: ҡунаҡ һәм аш-һыу бүлмәһе араһында йөрөйөм. Әлеге һүҙемде әйттем дә һурпа алып килергә киттем.
Батмусҡа теҙелгән тәрилкәләрҙе һелкетмәҫкә тырышып, яй ғына атлап, залға яҡынлашам. Әхирәттәр үҙ-ара гәпләшә:
— Киләһе йылда алтын сылбыр таратам, тине. Онотмаһа ярай ҙа, — ти береһе.
— Уға тиклем кем бар ҙа, кем юҡ. Бөгөн таратһа ни булған?! Минең сылбырым бар ул барлыҡҡа. Әллә уның урынына алтын алҡа һорайыммы икән? — тип аптырана икенсеһе.
— Сылбырымды яратмайым: бигерәк нәҙек. Оҙонлоғо ла оҡшамай. Йыуанырағы, ҡыҫҡарағы кәрәк. Ул ҡәҙәре ҡиммәтле әйбер таратырға әллә бик байып киткәнме? — тип хихылдай өсөнсө әхирәтем.
Батмус ауыр — хәбәрҙе артабан тыңлай алманым. Ишеткәнем дә еткәйне. Ҡунаҡтарым янына ашыҡтым. Һурпа таратҡанда, түҙмәнем, көлөп ебәрҙем:
— Алла бойорһа, 2009 йылда “Алтын сылбыр” тигән китабым сығасаҡ — планға индергәндәр. Шул сатирик, юмористик хикәйәләр йыйынтығын һеҙгә бүләк итермен тигәйнем бая.
Рәхәтләнеп көлөштөк.
Еткерә һөйләмәү арҡаһында йыш ҡына аңлайышһыҙлыҡтар тыуа, үпкәләшеүҙәр ҙә була. Ярай ҙа әлегеһе көлкө менән генә тамамланды.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.