Әлдә генә төш булған...13.06.2014
Рәмил Ҡорбан улы былай әйләнеп, тегеләй тулғанып, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Бөгөн генә Көньяҡ Урал райондарынан командировканан ҡайтты ул. Мәктәптәрҙә, клубтарҙа “Йәштәр, ауылда ҡалығыҙ” тигән темаға әңгәмә-һөйләшеү үткәреп, байтаҡ ҡына ерҙе гиҙергә тура килде. Тәү ҡарауға ғына ялтлап торған сит ил машинаһында көҙгө кеүек юлдан йөрөү сүптәй тойолһа ла, уйын эш түгел шул. Шаҡтай арытҡан.
Шулай ҙа Рәмил Ҡорбан улының кәйефе күтәренке ине. Аллаға шөкөр, бөтә ерҙә лә әйҙүкләп ҡаршы алдылар, матур итеп оҙаттылар. Зал тултырып кеше йыйҙылар. Хәҙер барыһы тураһында бәйнә-бәйнә отчет яҙып биргәндә...
Алмалы ауылында булған һуңғы осрашыу күҙ алдына килде. Республикабыҙға талантлы әҙип Маҙһар Айыухановты биргән ауылды күптән күргеһе килһә лә, бығаса унда бер ҙә юл төшмәгәйне.
Бындағы тәбиғәттең иҫ киткес гүзәллегенә һоҡланып ҡарап торҙо Өфө ҡунағы. Тирә-яҡтан бейек-бейек тауҙар теҙелеп киткән. Ауылға терәлеп кенә йылға аға.
Клубта халыҡ күп ине. Рәмил Ҡорбан улы тәүҙә ауылды маҡтап алды.
– Һеҙҙең ауылда йәннәт еҫе аңҡый бит. Саф һауаһы үҙе ни тора! Шундайын төйәкте ташлап китеүселәр булыуына аптырайым.
Шул саҡ кемдер, ауыр уфтанып:
– Эш юҡ бит! – тине.
Был һүҙҙе ишетеүгә, лекторҙың күҙҙәре туҫтаҡтай булды. Ул залдағыларға баҡты ла:
– Эш юҡ тип әйтәһегеҙме ул? – тип ҡабатланы. – Нисек инде – юҡ? Ауылда аҡса ерҙә ята бит ул, эйелеп алырға ғына кәрәк. Күп итеп һыйыр аҫра, һөтөн-майын һат. Йыбанмаған кешегә бөжәктең бөжәге аҡса биреп тора. Ана, ҡорт тотоғоҙ, иренмәҫкә генә кәрәк.
Хәҙер бит элекке һымаҡ сикләү юҡ, теләйһең икән, йөҙләгән һыйыр аҫра. Бесәнгә ниндәй иркенлек. Йәй буйы сап та сап. Бөтә нәмә үҙеңдеке. Кәрәк икән, ҡураңдағы һимеҙ генә һарығыңды тәгәрәтәһең дә рәхәтләнеп һыйланаһың...
Лектор шул тиклем бирелеп һөйләне, хатта ошо урында супылдатып иренен ялап алды. Ҡасандыр үҙе лә ауылда тыуып үҫеп, ҡалала төпләнгән уҙаман ауыл шарттарында нисек йәшәргә кәрәклеген күп өйрәтте.
…Уф, нисек кенә өлгөрөргә? Һыйырҙары мөңрәп тора, ул арала өйрәктәре быжҡылдап өҫкә менеп килә. Бал ҡорттарын ҡарап өлгөрөргә лә кәрәк. Ниңә генә ошо ауылда ҡалғанмындыр?! Тап шул урында ғына Рәмил Ҡорбан улы уянып китте лә, фатирында, үҙенең йомшаҡ түшәгендә ятыуына тамам ышанғас, еңел һулап ҡуйҙы.
– Әлдә генә төш булған!
Бөгөн шәмбе, ял. Рәмил Ҡорбан улы йәнә йылы түшәгенә сумды.