Уҡ һынды, батыр күкрәгенә осҡас...13.06.2014
* * *
Күп өйөлгән. Дәү өйөлгән
Алтын тауы – аҫыл зауыҡ
Берәү өсөн.
Уның тағы теләге бар:
Көрәк кәрәк тауҙы өйгә
Терәр өсөн.
* * *
Урынлымы, урынһыҙмы,
Тел әйтә лә онота.
Урынһыҙҙы ҡолаҡ тота,
Ҡырынды күҙ тиҙ ота, –
Күңел, һыҡрап, ошоларҙы
Ауыр булһа ла йота.
"Түрә"лек уйыны
Күршемдә янғын, – уң яҡ күршем.
Сират миңә. Күңелем яна
"Бармаҡ" янап.
Һул яҡ күршем баҫып тора, –
Әллә көндө, әллә...
Шырпы һанап.
Ҡәҙер
Һүҙҙе – һүҙһеҙлек,
Күҙҙе күҙһеҙлек аса.
Һүҙҙе күҙ һөйләгәндә, –
Һүҙ күрә, – тел ҡаса.
Күҙ "ҡыҙыу"
Әйбер һүҙҙе тыуҙыра.
Тел – әйберҙе.
Һөйләй-һөйләй иҫкерткәндә,
Әйбер күҙҙе туҙҙыра.
***
Килен менән өйгә килем инә
Һөйрәп төйөнсөгөн.
Көйлө, сөйлө килен төйөнсөгө –
Өйҙөң көйөнөсөн алған
Һөйөнсө.
* * *
Бәхетһеҙҙәр генә түгел,
Бәхетлеләр ҙә – йүләр.
Яҙмыш үҙе сәмде ҡотортҡас,
Йүләр өсөн дә түләр.
* * *
Уйын уйнатып ҡартлас
Үлемде алмаштыра:
Ҡатил балтаһы сапҡан
Дар ағасында арҡан...
Арҡанда – балдаҡ тора.
Енәйәтсе
Ашығып хөкөм сығара,
Үҙ ирекле, хөкөмдар.
Һаҡ аҫтында ултырғандың
Мейеһен соҡой бер уй:
Был донъяла
Нисә төрлө хөкөм бар?..
Ыҙа сигә...
Яралары һыҙлай дошманыңдың.
Уның һыҙланыуы сихәт...
Ыҙа менән сихәт сәкәләшә, –
Яҙмыш ҡушҡанылыр.
* * *
Янтайыуҙыр!
Йәнекәйеңә йәнәш килмәй үҙ йәшең.
Ҡартайыуҙыр!
Үҙ йәшеңә тура килмәй күҙ йәшең.
Яңғыҙлыҡ
Ғәйебе юҡ. Ғәме юҡ...
Йәшәү өсөн тәме юҡ.
Яңғыҙаҡ
Ғәйеп өсөн, ғәм өсөн
Сәм – үлсәм. Йәшәү үлгән.
* * *
Бурысҡа һорай, белһә лә
Ҡайтара алмаясағын.
...Һәм (шатлана!)
Биреүсенең йылы иғтибарынан
Ҡаса алмаясағын.
* * *
Уҡ һынды, батыр күкрәгенә осҡас.
Рух һүнде: телде – ил,
Илде ир ҡыҫҡас.
* * *
Иман киткәндә(й)...
Тыуымһыҙ – үлем,
Көйөүһеҙ һөйөү
Иғлан иткәндән.